“Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең 403 хеҙмәткәре “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының 55 структура бүлексәһендә стажировка үтте. Бынан тыш, ошо үҙәктәрҙең барлыҡ 77 офисында ла планлы рәүештә уҡыуҙар уҙғарылды. Тест һорауҙарына дүрт тапҡыр яуап биреү күп функциялы үҙәктәр белгестәренең ер һәм милек мәсьәләләрен яҡшы белеүен күрһәтте, тип хәбәр итте “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. "Документтарҙың нисек ҡабул ителеүе граждандарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың хеҙмәте сифатына йоғонто яһай. Күп функциялы үҙәктәргә ғариза биреүселәрҙең документтарын ҡабул иткән белгестәрҙең һөнәри оҫталығын күтәреү маҡсатында ведомство даими рәүештә уҡыуҙар, стажировкалар ойоштора. Унда документтарҙы кадастр иҫәбенә алыу һәм хоҡуҡты теркәүгә ҡабул итеү, күсемһеҙ милек реестрындағы мәғлүмәттәрҙе биреү йәһәтенән һөнәри оҫталыҡтары арттырыла", - ти “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец. Ул шулай уҡ осрашыуҙар барышында ғаризаларҙы һәм һорауҙарҙы ҡабул иткәндә етди иғтибар бүленеүе тураһында әйтте. Бынан тыш, ғәмәлдәге ҡануниәттең көнүҙәк нормаларына аңлатмалар бирелә. "Барлыҡ офистарҙа ла ғариза биреүселәргә кәрәкле кимәлдә кәңәштәр еткерелә, бөтә тикшерелгән биналар дәүләт иғәнәләрен түләү терминалдары һәм электрон сират аппараттары менән тәьмин ителгән. Күсемһеҙ милекте иҫәпкә алыу һәм теркәү хеҙмәте буйынса көтөү ваҡыты административ регламент тарафынан ҡуйылған 12 минут түгел, уртаса 3 минут 50 секунд тәшкил итә", - ти Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова. Күсемһеҙ милекте ваҡытында һәм дөрөҫ теркәү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра. Фото: https://vk.com/public_to02rosreestr