Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Төҙөүсенән һора!

Республикабыҙ ҡыҙҙарын һәм малайҙарын йыл һайын үткәрелгән “Төҙөүсенән һора” тип исемләнгән конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Төҙөлөш һәм тармаҡ белгестәре тураһында һорау бирергә кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, был сара Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр ойошторола. Унда 6 – 14 йәшлектәр ҡатнаша. Конкурс “Мин – киләсәк төҙөүсеһе!” төҙөлөш белгестәрен популяштырыу проекты нигеҙендә үткәрелә һәм, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә Балалыҡтың ун йыллығы уңайынан үткәрелгән саралар планына индерелгән. Маҡсаты – балалар, йәштәр араһында төҙөлөш белгестәре абруйын күтәреү. Конкурсҡа текст йәки видео форматындағы һорауҙар ҡабул ителә. Улар “Иң үҙенсәлекле текстлы һорау”, “Иң оригиналь видео-һорау”, “Төҙөлөш тарихы тураһында иң ҡыҙыҡлы һорау” номинациялары буйынса баһалана. Конкурсты Рәсәй Төҙөлөш министрлығның Йәмәғәт советы ойоштора. Уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һорауҙарға ошо совет рәйесе Сергей Степашин һәм илдең төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллин яуап бирәсәк. Ғаризалар 19 июлгә тиклем конкурстың рәсми

Республикабыҙ ҡыҙҙарын һәм малайҙарын йыл һайын үткәрелгән “Төҙөүсенән һора” тип исемләнгән конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Төҙөлөш һәм тармаҡ белгестәре тураһында һорау бирергә кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, был сара Рәсәйҙә алтынсы тапҡыр ойошторола. Унда 6 – 14 йәшлектәр ҡатнаша. Конкурс “Мин – киләсәк төҙөүсеһе!” төҙөлөш белгестәрен популяштырыу проекты нигеҙендә үткәрелә һәм, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә Балалыҡтың ун йыллығы уңайынан үткәрелгән саралар планына индерелгән. Маҡсаты – балалар, йәштәр араһында төҙөлөш белгестәре абруйын күтәреү. Конкурсҡа текст йәки видео форматындағы һорауҙар ҡабул ителә. Улар “Иң үҙенсәлекле текстлы һорау”, “Иң оригиналь видео-һорау”, “Төҙөлөш тарихы тураһында иң ҡыҙыҡлы һорау” номинациялары буйынса баһалана. Конкурсты Рәсәй Төҙөлөш министрлығның Йәмәғәт советы ойоштора. Уның һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һорауҙарға ошо совет рәйесе Сергей Степашин һәм илдең төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллин яуап бирәсәк. Ғаризалар 19 июлгә тиклем конкурстың рәсми сайтында ҡабул ителә: http://я-строительбудущего.рф Быйыл августа Төҙөүселәр көнөн билдәләгәндә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы буласаҡ. Бындай сараларҙы үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашыра. Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/555380/