Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Baltic Rally “Владивосток – Выборг” өсөнсө мотофестивале ҡатнашыусыларын ҡаршы алды. Быйыл уның маршруты тәүге тапҡыр Өфө аша ла үтә. Программа сиктәрендә генерал-майор М. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар. – Бөгөн Baltic Rally мотойөрөшө Төньяҡ-көнбайыш төбәк сиктәрен үтте һәм бөтә илде ялмап алды. Рәсәй, ысынлап та, үҙенсәлекле ил. Тап ошонда ике тәгәрмәсле техниканы яратыусылар һәм илебеҙҙең ысын патриоттары маршрут оҙонлоғо буйынса рекорд ҡуя ала. Яратҡан илебеҙ юлдары буйлап 11 мең километр! 20 ҙур ҡала. Һеҙ быларҙың барыһын мотоцикл ултырғысында күрәһегеҙ. Башҡортостанға һәм Өфөгә һуғылғанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Андрей Назаров. Премьер-министр әйтеүенсә, республика буйлап сәйәхәт итеү уңайлы булһын өсөн күп нәмә эшләнә, юл буйы сервисына ҙур иғтибар бүленә. Ике тәгәрмәсле туризмды үҫтереүҙән тыш, Baltic Rally-ның тағы бер төп мәғәнәһе – Үлемһеҙ мотоплок проекты. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған илде һаҡлаған ата-баба