Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төнөн ҡурҡыныс әкиәт ҡарарға әҙерһегеҙме?

Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева билдәләүенсә, кино өлкәһендә беҙҙең республикаға Мәскәү проекттары йыш йәлеп ителә. Һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешкән продюсер мәктәбе төрлө конкурстар һәм питчингтарҙа еңеүҙәр яулап өлгөргән дә инде. Шулай уҡ Өфө "киношник"тарының тағы бер еңеүе үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Улар күптән түгел 1-2-3 Production һәм ТВ-3 телеканалының хоррор-акселератор финалында еңеүсе булды һәм пилот сериалы төшөрөүгә өлгәштеләр ҙә инде. Шулай итеп, “Батша менән иҫәрҙең ҡурҡыныс әкиәте” веб-сериалының премьераһын, ниһайәт, күрергә мөмкин! Ә инде артабанғы һигеҙ серияны күреү өсөн ТВ-3 телеканалында барған тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашып, беҙҙең “Ҡурҡыныс әкиәт”те беренсе урынға үткәреү генә кәрәк буласаҡ. Тауыш биреү 23 июлдә тиклем бара. Картинаның авторы - Анна Мырҙабулатова, режиссеры - Динара Әбдрәшитова, продюсеры - Алина Шакирова. Төнгөлөккә “Ҡурҡыныс әкиәт” ҡарарға әҙерһегеҙме? Зөһрә Бураҡаеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән эҙләп таба алаһығыҙ. Фото: З. Бураҡаеваның сәхифәһенән.