Өфө үҙәгендә төҙөлгән вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы материалдарҙың органик наноэлектроника дизайны лабораторияһы урынлашасаҡ. Уның төп маҡсаты – органик наноэлектроника һәм спинтрониканы үҫтереү өсөн кәрәкле булған өр-яңы модификациялы материалдар алыу. Лаборатория ғалимдары – уның мөдире, ӨФТУ-ның физика-техник институты директоры вазифаһын башҡарыусы Илдус Шәрәфуллин менән лабораторияның өлкән ғилми хеҙмәткәре, теоретик физика кафедраһы профессоры Зөһрә Гәрәева Samarkand International Symposium on Magnetism SISM-2023 халыҡ-ара симпозиумында тикшереүҙәр һөҙөмтәһен тәҡдим иткән. Улар коллегалар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Симпозиум һөҙөмтәләре буйынса икенсе төбәк һәм илдәрҙән йәш ғалимдар ӨФТУ лабораторияларында стажировка үтәсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.