Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Сириус” кампусы һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы менән идара итеү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Осрашыу сиктәрендә республика Хөкүмәте менән “Сириус” ғилми-технологик университеты” коммерцияға ҡарамаған автономиялы юғары белем биреү ойошмаһы араһында донъя кимәлендәге инновациялы белем биреү мөхите (кампустар) эшмәкәрлеген ойоштороу өлкәһендә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Андрей Назаров менән “Сириус” етәксеһе Елена Шмелева ҡул ҡуйҙы. – “Сириус” ғилми-технологик кампусы менән беҙҙең вуз-ара студенттар кампусы уртаҡ поекттарҙы тормошҡа ашырыр тип килештек. Һүҙ тәү сиратта мәктәп уҡыусылары, шул иҫәптән “Аврора” таланттарҙы үҫтереү майҙансығында, тураһында бара. Бынан тыш, йәй көнө уҡыусыларҙы әҙерләү, экологик туризм, студенттарҙы уҡыусыларҙың остазы сифатында йәлеп итеү кеүек эштәрҙе башлайбыҙ, – тине Андрей Назаров. Елена Шмелева “Аврора” үҙәгенә вуз-ара кампусына әүҙемерәк ҡушылыуҙы