Найти тему
Башҡортостан гәзите

БРИКС-тың Эшлекле советы ярҙам итәсәк

26-28 июлдә Өфөлә “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” IV халыҡ-ара форумы үтәсәк. Уға БРИКС-тың Эшлекле советы ярҙам итәсәк, 50-нән ашыу ил ҡатнашырға саҡырылған. “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” форумы - һөнәри диалог өсөн ҙур майҙансыҡ, яңы идеялар һәм бурыстарҙы хәл итеүгә яңы ҡараштар тыуған урын. Төп маҡсат – бизнес менән властың тура диалогын булдырыу. Форумда федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдары, дәүләт корпорациялары, ҙур тармаҡ ассоциациялары һәм союздары етәкселәре, ҙур, урта һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре ҡатнаша. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын күрһәтә, һанлы трансформация тармағында дәүләт һәм муниципаль идара итеү, төҙөлөш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм, транспорт, юл төҙөлөшө һәм башҡа өлкәләрҙә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге эксперттар менән тәжрибә уртаҡлаша ала. Иң яҡшы ҡарарҙар тармаҡ-ара күргәҙмәлә күрһәтеләсәк. Форум ҡунаҡтары өсөн бай эшлекле һәм мәҙәни программа әҙерләнгән. Әле ҡатнашыу өсөн 700-ҙән ашыу заявка килгән. Ҡатнашыусылар һаны сикле. Иң яҡшылар араһында булырға ашығығыҙ. Фото: мсуинформ.рф