26-28 июлдә Өфөлә үтәсәк “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” IV Халыҡ-ара форумында Sitronics Group компанияһы генераль партнер буласаҡ. Форум майҙансығында компания ҡаланы һанлаштырыу, интеллектуаль мөхитен, транспорт һәм ИТ-инфраструктураһын үҫтереү өсөн продукцияһын тәҡдим итәсәк. Sitronics Group даими рәүештә “Аҡыллы ҡала” проекты саралары партнеры булып сығыш яһай. Федераль проект Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы тарафынан 2018 йылдан алып “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Һанлы иҡтисад” милли проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был халыҡ-ара форум – һөнәри диалог өсөн ҙур майҙансыҡ, унда тармаҡ-ара кооперация һәм алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу мәлендә бурыстарҙы хәл итеү өсөн яңы идеялар тыуа. Форумда ҡатнашыусыларға рәсми сәләмләү хатында Рәсәйҙең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллин былай тине: ”Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” форумы ҡалаларҙы һанлы трансформациялау өлкәһендә мөһим ваҡиға. Унда ҡатнашыусылар ҡалалар үҫешенең интеллектуаль үҫешен тикшерә генә түгел, ә власть органдары, бизнес һәм тармаҡ йәмәғәтселеге вәкилдәренең һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге механизмын булдыра”. Sitronics Group Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһы, ҡалалар өсөн инновациялы һәм экологик электрсуднолар, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүсе модулле үҙәктәр, шулай уҡ “аҡыллы” кампус тәҡдим итәсәк. Яңы ҡарарҙар менән компанияның “Торатау” конгресс-холында ҡуйылған стендта танышырға мөмкин буласаҡ. Фото: республика Хөкүмәте сайты.