Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Механизаторҙар һәм комбайнсылар айына 100 мең һумға тиклем аҡса ала"

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡыйғы районында “Био Тех Туғыҙлы” агропредприятиеһында булды. Республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһенең эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – үҫемлекселек. Эшкәртелгән ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 16 мең гектарҙан ашыу. Хужалыҡта ҡарабойҙай, борсаҡ, арпа һәм башҡа культуралар үҫтерәләр. Радий Хәбиров предприятиеның етештереү базаһын ҡараны, коллектив менән аралашты. Етәксе эш хаҡы кимәле менән ҡыҙыҡһынды. Хужалыҡ директоры Динар Әхмәтдинов, механизатор һәм комбайнсылар айына 100 мең һумға тиклем ала, тине. Республика Башлығы хеҙмәткәрҙәр өсөн яңы ятаҡты ҡарап сыҡты. Ул 40 кешегә иҫәпләнгән. Бинала йәшәү бүлмәләренән тыш, офистар һәм ашхана бар. Персоналды уҡытыу өсөн Дыуан ауыл хужалығы колледжы нигеҙендә махсус класс та ойошторолған. Радий Хәбиров фермерҙар менән “Био Тех Туғыҙлы” йәмғиәтенең артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Мәҫәлән, 2021 йылда компанияның яңы ҡошсолоҡ комплексын төҙөү буйынса башланғысы өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алды. Ғәмәлдәге ҡошсолоҡ фермаһы янына бройлерҙар һәм йомортҡа һалыусы тауыҡтар өсөн оялар төҙөгәндәр. Проект ҡеүәте йылына 130 тонна ҡош ите һәм өс миллион йомортҡа етештереүҙе күҙ уңында тота. Ферманың ике яңы корпусын 2022 йылда файҙаланыуға тапшырҙылар. Ә быйыл йомортҡа етештереү комплексы эшләй башлай. Проектҡа һалынған аҡса 450 миллион һум тәшкил итәсәк. Вәҡийәр ауылында Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты, нимәләр борсоуы тураһында һораны. Улар республика етәксеһенә ауыл тормошона булған иғтибары, яңы ФАП өсөн рәхмәт әйтте. Уны 2020 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ҡуйғандар. Ауыл халҡы көнкүреш һәм оператив кәрәк-яраҡ өсөн һыу алыу колонкаһын ҡуйыуҙа ярҙам һораны. Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, муниципалитет был мәсьәләне хәл итәсәк, тине. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.