Башҡортостан Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар конкурсында 34 ойошма еңеүсе тип табылған. Социаль проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн уларға, уртаса алғанда, 1,5 миллион һумлыҡ ярҙам биреләсәк. Барлығы 213 заявка тапшырылған, конкурстың дөйөм бюджеты - 50 миллион һум. Шуныһы, еңеүсе ойошмаларҙың яртыһы республика грантын беренсе тапҡыр ала, ә ике ойошма тәүге мөмкинлектән үк еңгән. Муниципалитеттар араһында еңеүселәр һаны буйынса лидерҙар: Өфө – 12, Сибай – дүрт, Өфө һәм Ғафури райондары – икешәр проект. Шулай уҡ еңеүселәр араһына Рәсәйҙең биш төбәге ингән: Мәскәү ҡалаһы, Пермь крайы, Свердловск, Ҡурған, Силәбе өлкәләре. Араларында иң популяр йүнәлеш булып Башҡортостанда һәм унан ситтәге төбәктәрҙә мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте тармаҡтарында дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен пропагандалау һәм үҫтереү тора. Бөтәһе – 14 проект. Мәҫәлән, Яңауыл районында “Марий еш-Мари ғаиләһе” конкурсы үтәсәк. Б