Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Баш табиптан аҡса таптырғандар

Мутлашыусылар медицина хеҙмәткәрҙәрен алдау ысулдарын да тапҡан, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Түбәнге Новгород өлкәһендә медицина хеҙмәткәрҙәрен алдау өсөн схема уйлап сығарылған. Мутлыҡ ҡылыусылар мессенджерҙарҙа баш табиптарҙың (фотолары менән) ялған аккаунттарын булдырған. Аҙаҡ унан ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә мессенджерҙағы йәки электрон почталағы хәбәрҙәрҙе уҡыуҙы һораған смс-тар ебәрәләр. Артабан почталағы хатты асып ҡарағас, медицина ойошмаһына шылтыраталар һәм табипты ҡағиҙәләрҙе, закондарҙы, медицина протоколдарын һәм тәртибен боҙоуҙа ғәйепләйҙәр. Күпмелер ваҡыт үткәс, был мәсьәләне “көйләү”, ғәйепте юҡ итеү өсөн баш табиптан аҡса таптыралар. Бындай осраҡтар Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда теркәлгән. “Ошондай хәбәрҙәрҙе алһағыҙ, һаҡ булығыҙ һәм ыңғай полицияға шылтыратығыҙ, медицина ойошмаһы етәкселегенә хәбәр итегеҙ”, - тип мөрәжәғәт иткән ведомство медицина хеҙмәткәрҙәренә. Текст сығанағы: health.bashkorto

Мутлашыусылар медицина хеҙмәткәрҙәрен алдау ысулдарын да тапҡан, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Түбәнге Новгород өлкәһендә медицина хеҙмәткәрҙәрен алдау өсөн схема уйлап сығарылған. Мутлыҡ ҡылыусылар мессенджерҙарҙа баш табиптарҙың (фотолары менән) ялған аккаунттарын булдырған. Аҙаҡ унан ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә мессенджерҙағы йәки электрон почталағы хәбәрҙәрҙе уҡыуҙы һораған смс-тар ебәрәләр. Артабан почталағы хатты асып ҡарағас, медицина ойошмаһына шылтыраталар һәм табипты ҡағиҙәләрҙе, закондарҙы, медицина протоколдарын һәм тәртибен боҙоуҙа ғәйепләйҙәр. Күпмелер ваҡыт үткәс, был мәсьәләне “көйләү”, ғәйепте юҡ итеү өсөн баш табиптан аҡса таптыралар. Бындай осраҡтар Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда теркәлгән. “Ошондай хәбәрҙәрҙе алһағыҙ, һаҡ булығыҙ һәм ыңғай полицияға шылтыратығыҙ, медицина ойошмаһы етәкселегенә хәбәр итегеҙ”, - тип мөрәжәғәт иткән ведомство медицина хеҙмәткәрҙәренә. Текст сығанағы: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/555206/ Фото: v-kurse.ru