Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Салауат ере" киләһе йылда асыла

Кисә Салауат районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ “Салауат ере” тарихи-мемориаль парк биләмәһен ҡараны. Уны “Янғантау” геопаркында булдыралар. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һөйләүенсә, комплекстың дөйөм майҙаны 4,5 гектар тәшкил итәсәк. Был архитектура, масштаб һәм дизайны буйынса үҙенсәлекле тарихи паркты төҙөгәндә заман ҡарарҙары һәм технологиялары файҙаланыласаҡ. Проекттың хаҡы – 115 миллион һум. Шуныһын билдәләргә кәрәк, йыл һайын был биләмәгә 17 меңдән ашыу турист килә. Парк асылғас, был һандың бер нисә тапҡырға артыуы бар. “Салауат ере” мемориал комплексы концепцияһын Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аша ете төш” әҫәре буйынса әҙерләгәндәр. Уны эшләгән саҡта урындың тәбиғәт үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу - мотлаҡ шарт. Парк ғәмәлдәге ландшафтҡа бик матур итеп ҡушыласаҡ. “Янғантау” геопаркының ғилми, белем биреү, экология һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Айрат Ғәлиев аңлатыуынса, төҙөүселәр майҙансыҡта әҙерлек эшен башлаған да.

Кисә Салауат районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ “Салауат ере” тарихи-мемориаль парк биләмәһен ҡараны. Уны “Янғантау” геопаркында булдыралар. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һөйләүенсә, комплекстың дөйөм майҙаны 4,5 гектар тәшкил итәсәк. Был архитектура, масштаб һәм дизайны буйынса үҙенсәлекле тарихи паркты төҙөгәндә заман ҡарарҙары һәм технологиялары файҙаланыласаҡ. Проекттың хаҡы – 115 миллион һум. Шуныһын билдәләргә кәрәк, йыл һайын был биләмәгә 17 меңдән ашыу турист килә. Парк асылғас, был һандың бер нисә тапҡырға артыуы бар. “Салауат ере” мемориал комплексы концепцияһын Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аша ете төш” әҫәре буйынса әҙерләгәндәр. Уны эшләгән саҡта урындың тәбиғәт үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу - мотлаҡ шарт. Парк ғәмәлдәге ландшафтҡа бик матур итеп ҡушыласаҡ. “Янғантау” геопаркының ғилми, белем биреү, экология һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Айрат Ғәлиев аңлатыуынса, төҙөүселәр майҙансыҡта әҙерлек эшен башлаған да. Проект эсенә йәйәүлеләр юлдары, ҡарау майҙансыҡтары, беседкалар, эскәмйәләр, тамашасылар өсөн амфитеатр, милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исеме менән бәйле тематик зоналар инәсәк. – Паркка ингән урында автотуҡталҡа һәм сувенир киоскы урынлашасаҡ. Уларҙан яҡтыртылған һуҡмаҡтар амфитеатрға һәм дүрт локацияға – “Батырға баш эйеү үҙәне”, “Өй үҙәне”, “Мөхәббәт үҙәне” һәм “Уралым” йәки “Өлгөргәнлек үҙәне”нә килтерәсәк. Бында тематик арт-объекттар, стелалар, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ, – тине Айрат Ғәлиев. Халыҡ өсөн тарихи-мемориаль комплексты 2024 йылда асырға ниәтләйҙәр. – Үҙенсәлекле комплекс төҙөлә. Бында Салауат Юлаевтың тормошона арналған бик күп ҡыҙыҡлы объекттар буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә бында һәйбәт юл эшләргә кәрәк. Дөйөм алғанда, тәбиғәткә бик һаҡсыл ҡарап, батырыбыҙ үҫкән мөхиткә ғаилә менән килеп булырлыҡ биләмә булдырабыҙ. Салауат районында “Янғантау” геопаркы биләмәһе янында Башҡортостан Башлығы Йүрүҙән йылғаһы буйында дөйөм майҙаны 3,2 гектарлыҡ заманса глэмпинг төҙөү буйынса инвестиция проекты менән танышты. Уны “Ирекле асыҡ курорт” компанияһы төҙөргә ниәтләй. Етәксеһе Дмитрий Масков һөйләүенсә, улар конкурс нигеҙендә ер участкаһын ҡуртымға алған һәм проекттарын муниципаль кимәлдәге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә тәҡдим иткән. Ошоноң ише туристик-рекреация объекттарын булдырған саҡта уларҙы “Янғантау” геопаркы үҫеше планы менән бәйләргә кәрәк, тине Радий Фәрит улы. Ул компания вәкилдәрен инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшереү өсөн республика кимәлендәге тематик ултырышҡа саҡырҙы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.