Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,Бармы икән миндә эшегеҙ?Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә, Мин бит кеше түгел кешеһеҙ...Бар шатлығым һеҙҙең менән бергә,Бергә булһам – ҡайғым тарала.Һәр саҡ сарсап осрашыуҙар көтәм,Ҡалғым килә һеҙҙең арала... Яҡташыбыҙ Ирек Кинйәбулатов, иҫән булһа, бөгөн 85 йәшен билдәләр ине. Уны танылған шағир иткән, Рәми Ғариповтың "минең Ирегем" тип танытҡан байтаҡ аҫыл шиғырҙары бар. Әммә миңә ошо “Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын” әҫәре айырыуса яҡын, сөнки унда һөйөклө шағирымдың, яҡын дуҫымдың бар ижади һәм шәхсән йөҙ-һыҙаты асыҡ сағыла. Был поэтик манифестация әллә ҡайҙан уҡ "Мин – Ирек!" тип ҡысҡырып торған кеүек. Ваҡыт тәгәрмәсе йылдамыраҡ әйләнә барған һайын, шиғыр миңә ҡәҙерлерәк була бара... Ирек Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуа, Иҫке Бәпестә урта мәктәп тамамлай. Буласаҡ шағир-трибун, шағир-патриот дүрт йыл Ҡара диңгеҙ флотында крейсер рулевойҙары командаһының старшинаһы була. Демобилизацияланған матрос, капитан-лейтенант дәрәжәһенә етеп, диңгеҙ романтикаһына тоғро ҡала, шиғырҙарында океан шауы тынмай. Мәҫәлән: ...Мин тельняшка кейеп йәшлегемдәКүпме даръя кистем ер буйлап.Йөрәккенәм әллә нишләп киттеШул йылдарҙы тағы бер уйлап. ("Тельняшка") Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте бар булмышы менән донъя именлеге, ил тыныслығы, кешеләрҙең хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәүе, иртәгә өмөт-ышаныс рухы менән һуғарылған. Әле БДУ-ның тарих һәм филология факультеты студенты дәүерендә үк, диңгеҙ сирҡанысы алған шағир, шиғриәт даръяһына сирҡанысһыҙ – ҡәләм шымартыу осорон кисермәй, үҙ тауышы менән килеп инде. Уның ижадын тикшеренеүселәр һәр ваҡыт бына ошо шиғырға иғтибар итә: ...Ураҡ өҫтө,Әсәй арыш ура.Әҙер кеүек осоп үтергә.Төш алдынан хат ташыусы беҙгәӘллә ниндәй хәбәр килтергән.Урған арышмы ни, ауҙы әсәй,Их, мин ғәмһеҙ, ниңә белмәнем,Ә шулай ҙа әсәм ҡулдарынанОсоп киткән хатты эҙләнем.Таптым.Уны иң яҡыным күреп,Ҡулды йәйеп, ергә йығылдым...Ҡамыллы ҡыл шул саҡ атайымдыңЯңаҡтары төҫлө тойолдо. ("Баҫыу юлы") Шағирға, бихисап ҡәләмдәштәре кеүек, атай төҫөн, ярҙам-хәстәрен күреп үҫеү яҙманы, яу яланында атаһы батырҙарса һәләк булған. Шағир Лотфый Кинйәбулатовтың ҡаһарманлығы менән ғорурланып йәшәне, тол әсәһен ғүмере буйы ҡәҙерләне. Шуғалыр, мәңгелек йорттары, шағир васыяты менән, йәнәшә. Фатирында (йыш күрер инем) яугир атаһына бағышлап тектергән гимнастерка һәм ҡыҙыл йондоҙло буденовканы иң яҡыны күреп һаҡланы. Бына ҡайҙа илһөйәрлек һәм яугир аталар аманатына, әсәләр намыҫы һәм бөйөклөгөнә тоғролоҡ! Шағирҙың әҙәби мираҫы бай. Ул "Баҫыу юлы" (Өфө, 1970), "Сыйырсыҡтар бала осора" (Өфө, 1993), "Һөйөү иртәһе" (Өфө, 1988), "Мин - башҡорт" (Өфө, 1993), "Арғымаҡта" (Өфө, 1998), "Замана тауышы" (Өфө, 2008), "Ғүмер китабы" (Өфө, 2013), "Бер йәшәргә тыуҙым" (Өфө, 2018) йыйынтыҡтары, "Йөрәктәге һәйкәлдәр", "Ғаләм һаҡсыһы", "Сыйырсыҡтар бала осора", "Йыр яҡтыһы" кеүек поэмалар авторы булды. Күп яҡлы оҙайлы ижадты шиғыр һөйөүселәр йылы ҡабул итте, әҙәби тәнҡитселәр, әҙәбиәтсе-ғалимдар тарафынан юғары баһаланды, тәрән ғилми тикшеренеүҙәр объекты булды. Мәҫәлән, академик Ғайса Хөсәйенов: "Ниндәй генә осорҙар кисермәһен, әҙәбиәттә, сәнғәттә ниндәй генә үҙгәрештәр, киҫкен һынылаштар булмаһын, Ирек Кинйәбулатовтың поэзияһы, нигеҙҙә, тыштан тыныс тонлы, эстән үҙенсә тәбиғи моңло ижад булып ҡала. Уның поэтик үҙенсәлеге ҡәҙимге һәм хәҙерге тормошто тәбиғи ағышында традицион һүрәтләү саралары аша тәбиғи итеп тасурилауҙа", - тип билдәләне. Йәнә бер яҡташы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов әйтеүенсә: "Ирек Кинйәбулатов лирикаһы, ысынлап та, тыуған төйәккә тамырланып үҫә һәм көс ала. Ул заман шағиры, шиғырҙары, поэмалары бөгөнгө дәүерҙең яланғас нервыһына бәйләнгән". Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай былай тип фекер ебен һүтә: "Ҡайһы ғына шиғырын уҡыма, ниндәй генә поэмаһына туҡталма, уларҙың һәр береһендә халыҡсан, ябай образдарға тап булаһың. Был – иң төп әҙәби сифат билдәһе, Иректең бөтә ижадына хас күренеш". Тәрән һәм ентекле тәнҡит мәҡәләләре авторы, профессор Әнғәм Хәбиров шағир ижадын былай тип баһалай: "Ирек Кинйәбулатов ижады – үҙенсәлекле ижад... Дөйөмләштереп әйткәндә, И. Кинйәбулатовтың әҫәрҙәре шағирҙың тамам формалашҡан үҙ стиле, үҙ темаһы, шул темаға үҙ ҡарашы бар, тип раҫларға хоҡуҡ бирә". Ирек Кинйәбулатов заманында "Мин – башҡорт!" тип күптәрҙе һағайтһа ла, асылда, Әнғәм Хәбиров әйтмешләй, "Мин – россиян!" булып ҡалды. Республикабыҙҙа, Ватаныбыҙҙың төрлө тарафтарында дуҫ-иш араһында төрлө милләт вәкилдәре булды. Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин: "Уны Ҡазанда ла яраттылар" мәҡәләһендә былай тип яҙҙы: «Һуңғы йылдарҙа ул Ҡазанда М. Ғафури, Х. Туфан, Ғ. Туҡай юбилейҙарында ҡатнашты. Өс тапҡыр ялҡынлы телмәре менән сығыш яһаны. Ул килеү менән, тиҙ арала "Ирек Кинйәбулатов Ҡазанда!" тигән хәбәр таралыр ине. Ошондай дуҫым менән ғорурланам!" – тип яҙҙы иҫән саҡтарында. Эйе, Ирек Кинйәбулатов ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтенең йөҙөн билдәләр күренешкә әүерелде. Был, беренсе сиратта, авторҙың шиғриәткә оло яуаплылыҡ менән ҡарауына, шиғырҙың юғары вазифаһын, илаһи көсөн, тылсым серен таныуға бәйле булды. Автор "Шиғриәт" әҫәрендә шул яуаплылыҡты тәрән тойҙо, ҡәләмдәштәрен дә шуға саҡырҙы: "Эй, шиғриәт, һинең менән йәшәп, / Торам ҡайсаҡ һинән ҡырҙараҡ. / Һинең менән күпме ҡанатланһам, / Һинең алда күпме ҡыҙарам /". Ирек Кинйәбулатовтың ошо шиғырҙа сағылған үҙ-үҙенә талапсанлығы әле лә һоҡландырмай ҡалмай: "Ихлас һүҙем ышандырмай икән,/ Һин ғәйепле түгел, мин – үҙем /". Ышанабыҙ, әле оҙаҡ йылдар һәр һүҙеңә ышанасаҡбыҙ, шағир, кешеләрҙе ышаныс йәшәтеүенә үҙең дә инана инең фани донъяла. Арҡа терәр башҡа халҡым да юҡ... Был шиғри юлдар Ирек Кинйәбулатовтың өс строфанан торған һәм "Бер уйлаһаң – тағы ниндәй ирлек, / Кәрәк тағы ниндәй иркенлек" тигән юлдар менән башланған исемһеҙ шиғырынан алынды. Исемһеҙ, әммә, минеңсә, поэтик әҫәр тулыһы менән замандашыбыҙҙың шиғри йөҙөн, ижад кредоһын билдәләр аҫыл юлдар. Тап ошо шиғырҙа авторҙың бар ихласлығы, кешеләргә әйтер һүҙе, хатта бәхилләшеү һүҙҙәре сағыла кеүек. Ана, ни тип тамамлай ул: "Йөрәгемдә ни барлығын әйтәм / – Эсемдәге тышта – серем юҡ./ Арҡа терәр башҡа халҡым да юҡ, / Барып үлер башҡа ерем юҡ". Бар булмышы, тормош юлы, рухи донъяһы, кешеләр менән, милләтенә ҡарамай, яҡын күреп аралаша белеүе менән раҫланды шағирҙың ижад кредоһы. Халыҡ, хаҡлыҡ һәм кешеләр – шағирҙың, ысынлап та, донъяға ҡарашы, йәшәү рәүеше ине. Ул ошо өс бөйөк төшөнсәнән айырылманы, шуларһыҙ ниндәй "ирек һәм иркенлек" булыуы мөмкин?! Пушкин алда әйтелгән юлдарҙа, билдәле булыуынса, үҙ заманын "ҡаты быуат" тип нарыҡлаған. Ирек Кинйәбулатов дәүере бигүк ҡатынан булмаһа ла, аяуһыҙ 38-ҙә тыуған шағирҙы ғазаплы уйҙарға һалды, заман өсөн һыҙланыуҙары уның шиғырҙарында бар дөрөҫлөгөндә яңғыраны. Иғтибарҙы авторҙың "Йөрәк ҡаны" тип аталған шиғырына йүнәлтеү ҙә етәлер. Әҫәр уҙған быуаттың 90-сы йылдар башындағы Чечня ҡан ҡойошона бәйле. ...Күпме түҙҙем яҙмайынса,Инде түҙер саралар юҡ.Уйлай китһәң, кешеләрҙәНиндәй генә яралар юҡ. Күренеүенсә, үҙ Ватаныңда, кисә генә дуҫ һәм туған халыҡтар араһында ҡан ҡойошоу шағирҙы ғазаптарға һала, башҡорт һәм башҡа туғандаш халыҡтарҙың фажиғәһе һыҙландыра уны. "Һаман ана уландарҙы / Оҙаталар утермескә. / Кемдер ята Грозныйҙа,/ Кемдер ята Гудерместа /". Дүрт йыл буйы хәрби крейсерҙа, донъя именлеген һаҡлап, диңгеҙ кискән старшина, һуңынан капитан Ирек Кинйәбулатовтың уҙған быуатта әйткәне бөгөн дә актуаль түгелме, ә ундайын һүҙҙәргә ир йөрәге лә кәрәктер. "Мәскәүҙәге ҡай берәүҙең / Уятырға нисек аңын: / Инде күпме эсеү мөмкин / Үҙ халҡыңдың йөрәк ҡанын? /" Иректәй шағир әйтмәһә, кем әйтәлер бындайҙы... Әйткәндәй, Пушкин менән бәйле бер шиғырында Ирек Кинйәбулатов былай тип яҙҙы: "Аҡланыҡмы Пушкин өмөттәрен,/ Аҡланыҡмы Пушкин хыялын?/ Гений ҡаршыһында гонаһ тойоп, / Заман үҙе тора оялып /". Әҙәбиәт белгесе, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың шағир тураһындағы яҙмаларында шундай юлдар бар: "Заман тураһында шиғыр яҙыу, төптәнерәк уйлаһаң, хәтәр эш". Яҙҙы Ирек Кинйәбулатов, түҙә алманы, яҙҙы һәм нисегерәк итеп яҙҙы! Бөгөн экологик проблеманы күтәрмәгән шағир юҡтыр, ә Ирек Кинйәбулатов, шағир һәм журналист, "Бөрйән эте" әҫәрендә ошо рәүешле набат һуҡты: Себен кеүек үтә машиналар,Эттәр ятып ҡала, өрмәйҙәр.Бар урманды ташып бөтөп барһын,Эттәр, әйтерһең дә, күрмәйҙәр.Эттәр менән эт булмаҫҡа ине,Ниндәй уйға эттәр тарыған?Әллә улар өрә белмәй тыуған,Әллә улар өрөп арыған. Бөрйән эте, нисек итеп, нисекӨрмәҫкә һин шулай өйрәндең?Шуны күреп янам, гүйә, бәйлеМин ҡарауыл эте Бөрйәндең. Шиғырға Т. Килмөхәмәтов баһаһы менән сикләнәйек: "Өрмәүсе эт – өнһөҙ халыҡ – әҫәргә оҙон ғүмер биреүсе тере фекер ул". Ифрат дөрөҫ баһа. Ә шағир ҡаһарманлығы ниҙә?! Үҙен шул эт менән сағыштырып, образлы фекер аша эсендәген, йәне әрнеп, әйтеп һалды автор: "Һаҡлар өсөн бөгөн, яҡлар өсөн, / Эй, күп кәрәк әле йөрөргә. / Эттән ҡалышмаҫҡа иҫәбем бар, / Өйрәнмәһәм дә мин өрөргә /". Урмандарға төшкән быйылғы афәтте күрһә, шағир йөрәге нишләр ине икән?! Заман йырсыһы илдәге трагик ваҡиғаларға битараф ҡала алманы. Ил ҡайғыһы, кеше яҙмышы, бәндәләр ғәмһеҙлеге, бульдозерҙар менән кеше күмерҙәрен аҡтарыуҙар йәнен өттө, ғәҙәттәгесә, эсендәге – тышта булды: "Һыймай башҡа бындай иманһыҙлыҡ, / Әрней йөрәк бындай йәбергә, / Бульдозерҙар менән ғәмһеҙлекте / Күмеп булһа икән ҡәбергә!/". Мостай Кәримгә арнап яҙылған бер шиғырында: "Булды шағир намыҫ батшаһы ла, Булды шағир намыҫ ҡоло ла", – тип яҙҙы. Бөгөн беҙ был афористик һүҙҙәрҙе Ирек Кинйәбулатовтың үҙенә ҡайтарып ҡуябыҙ, сөнки ул үҙе лә "намыҫ батшаһы һәм ҡоло" булды. Шул уҡ 1710 саҡрымдағы Оло Тәләк фажиғәһен шағир намыҫ ҡушыуы буйынса сағылдырҙы, башҡаса булдыра алманы. Йәнә килеп, Ирек Кинйәбулатовтың егетлеге (был һүҙҙе яратып ҡулланыр ине) ҡылдан нескә булыр милли мәсьәләлә айырыуса асыҡ сағылды. Уның "егетлеге" башҡортлоҡто милли сикләнгәнлек ҡыҫаларында түгел, ә Рәсәй патриотизмы менән һуғарылыуында күренде. Һүҙ киң билдәле, айырым шиғри йыйынтыҡҡа исем биргән "Мин - башҡорт!" шиғыры хаҡында. Уның ижадында башҡорт халҡының данлы тарихы, милләтебеҙҙең хәле проблемаһы үҙәккә ҡуйылды. Бығаса беҙҙең поэзияла бындай ҡырҡа милли ҡараш ул кимәлдә күтәрелмәне. Шуныһы ҡыуаныслы: шағир милли сикләнгәнлекте алға ҡуйып, башҡортлоҡ менән маһайманы, киреһенсә, Рәсәй халыҡтары араһындағы роле менән ғорурланды. Профессор Әнғәм Хәбиров (урыны йәннәттә булһын) әҫәрҙең Мостай Кәримдең "Россиянмын" шиғыры менән ауаздашлығын билдәләп, ошолай тип яҙып сыҡты: "Ирек Кинйәбулатовтың поэзияһы менән яҡындан танышҡанда, "Мин – башҡорт!" тигән һөйләмдең, ысынлап та, тиктомалға күкрәк һуғыу түгеллегенә ышанаһың". Эйе, башҡаларҙы түбәнһеткән әҙәм үҙе патриотик шәхес була алмай. Ирек Кинйәбулатов Башҡортостанды ла, Рәсәйҙе лә тиң яртаҡан оло шәхес ине: Мин – күптәнге,Киләсәкке башҡорт – Меңәр йыллыҡ юлым артымда.Үткәндәре барҙың – киләһе бар,Шуны белһен йәшем, ҡартым да. Шул уҡ ваҡытта шағир Рәсәйҙең ике быуат араһындағы яҙмышын уйлап борсолдо, көрсөк сәбәптәрен эҙләне, йәне һыҡранды: "Үҙ илеңде илем тиһәң, / Ирендәре уның кибә. / Үҙ телеңдә һөйләгәнде / Ул сит күрә, ситкә тибә". Бындай һүҙҙәрҙе йәнә тик ҡаһарман шағирҙар ғына яҙа алалыр. Шөкөр, һуңғы осорҙа илебеҙҙә милләттәр яҙмышына ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәреүе, туған телдәрҙе милли республикаларҙа һаҡлау һәм үҫтереү конкрет эштәр менән нығытылыуы күҙәтелә. Быға, һис шикһеҙ, шағир ихлас ҡыуаныр ине... Һәр һүҙендә – барлыҡ асылы Хәҙерге башҡорт шиғриәтен, уның аша башҡорт әҙәби телен үҫтереүгә күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты, һүҙ оҫтаһы Ирек Кинйәбулатов ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Билдәле: теге йәки был авторҙы, ҙурҙан ҡубып, һүҙ оҫтаһы тип нарыҡлайбыҙ икән, уның мотлаҡ фактик нигеҙе булыу кәрәктер. Минеңсә, бындайын юғарылыҡ өсөн авторҙың донъяны художестволы һәм эмоциональ ҡабул итеү кимәле, уға шәхсән ҡарашы, үҙ халҡының лингвистик шәхесе булыуы, ә әҫәрҙәренә туған халҡының менталь үҙенсәлектәре, халыҡсан теле хас булыуы мөһим. Һуңғы ваҡыт әҙәби тәнҡиттә халыҡсанлыҡ категорияһы хаҡында төрлө фекерҙәр ишетелеп ҡала. Был тәңгәлдә мин тәнҡитсе Фәнил Күзбәков ҡарашын яҡлайым. Ғалим былай тип билдәләй: "Халыҡтың тел осонда йөрөгән ҡанатлы һүҙҙәрен, идиоматик әйтемдәрен тәбиғи рәүештә әҫәр структураһына индереп ебәреүҙә күренә халыҡсанлыҡ... Халыҡтың тарихы, уның яҙмышы әсә һөтө менән ингәндә, гендарҙа һәм йөрәктә һулҡылдағанды түкмәй-сәсмәй аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә алыу маһирлығы булғанда ғына ирешергә мөмкин халыҡсанлыҡҡа" ("Ағиҙел", № 5, 88-се б.). Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов ижады бындай баһа-критерийҙарға барлыҡ форма һәм йөкмәтке планында, фекерләү үҙенсәлеге, әҫәрҙәренең поэтикаһы менән һәр йәһәттән тап килә. Ана, яҡташы Тимерғәле Килмөхәмәтов ни тине заманында: "Ирек Кинйәбулатов шиғриәтенең үҙ поэтик алымдары, образдары һәм образлылығы бар, үҙенсәлекле шиғыр төҙөлөшө йәшәй. Был ижадтың шағирәнә тылсым сере, барыһынан былай, ерҙәге, тормоштағы көндәлек күренеш һәм ябай әйберҙәрҙе шиғыр итеп яңырта алыуҙа. Хатта бәрәңге сәскәһе гөлтләп китә унда". Ысынлап та, ул үҙенең тәүге "Баҫыу юлы" китабынан уҡ бай һәм халыҡсан теле, образлы фекерләүе уҡыусыһын йәлеп итте, күңелен эстетик ләззәт менән байытты.Шағир әҙәбиәт донъяһына һүҙ бәҫен, ҡөҙрәтен, стиилистик мөмкинлектәрен аңлап килде, улар автор асылы һәм булмышы ине. "Ғүмер китабы" шиғырының бер нисә юлына иғтибар итәйек: Һынһын ҡәләмем – Яҙһам ялғанды.Кире алһындарХаҡлы алғанды.Тотош булмышымТора асылып.Һәр бер һүҙемдәБарлыҡ асылым. Т. Килмөхәмәтов әйткән "шағирәнә тылсым сере"нең асылы ниҙә һуң? Был мөғжизәгә шағир, беренсе сиратта, халыҡсан фекерләүе, ябай, әммә тәрән мәғәнәгә эйә шиғыр ҡоя белеүе, афористик ижад, ҡанатлы һүҙ, һүҙбәйләнештәр, башҡорт теленең стилистик байлығына эйә булыуы, үҙе лә һоҡланғыс, Ирексә, һөйләмдәр төҙөү маһирлығы менән иреште. Замандаштар уның яратып әйтер тос фекерен хәтерләйҙер: "Өс тин түләп һөйләттеләр, биш тин түләп туҡтаттылар". Һәр сығышында шулай тип әйтеп, тулы залдарҙы көлдөрөп алыр ине. Ирек Кинйәбулатов афоризмдары – үҙе бер хазина! Тарихта Конфуций, Аристотель, Әфләтүн (Платон) һ.б. афоризмдары билдәле, Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрен дә шуға индерәләр. Татар әҙәбиәтендә Рауил Фәйзуллин, Рәдиф Ғаташ ижад итһә, үҙебеҙҙә Рауил Бикбаев хәҙистәре, бер-ике юллыҡтары - афористик жанрҙың матур өлгөләре. Ирек Кинйәбулатовтан бер нисә миҫал: "Был ғүмерҙең бөтә мәғәнәһе – / Меҫкенлек һәм ирлек араһы /", "Кешеләрҙә иртә маҡтау ҡай саҡ / Яманыраҡ була ағыуҙан/". Авторҙың хиҡмәтле фекере тулы бер строфала асыҡ күренә: Яҙын ҡар китһә, Ҡар ҡайтмаҫ, тимә.Башта сал юҡҡа,Ҡартайтмаҫ, тимә. Йәки: "Күпме уйлан, күпме һаташ, / Күпме тырыш, күпме маташ,/ Тик бер көнгә бер өлкәлә / Булып булһа икән Ғаташ". Был юлдарҙа үлсәп кенә әйтелгән, дуҫтарса, төртмә тел, шул уҡ ваҡытта ҡәләмдәше ижадына һоҡланыу сағыла. Ҡанатлы фекер бынан тыш айырым һүҙ-образ кимәлендә лә камиллыҡ өлөгөһөнә әүерелә: "Мин детдомға ебәрелгән инем, / Килә ине һиңә һыйышҡым./ Һинең ҡанат аҫтарыңда ул саҡ, / Урын табылманы, Ҡыйышҡы /". Строфалағы "һыйышҡым" һүҙе әҙәби телдә "һыйынғым" ҡылымы менән бирелергә тейеш кеүек, әммә шағир уға халыҡсан вариант тәҡдим итә, һөҙөмтәлә "Ҡыйышҡы" – ауыл исеменә бик күркәм рифма яһалған. Шағирәнә тылсым сере шулай тыуалыр. Телебеҙҙә "күҙ теймәһен" тигән һүҙ бар, ә бына уға яҡын торған теләк-алғыш Иректә яңы һүҙ-образ булып, диңгеҙ төбөндәге мәрйендәй, балҡып китә: "Бер һирпеләм – күҙ теймәһен, / Ҡыйыш әйтеп – һүҙ теймәһен!" ("Бәләкәй Шәүрәгә"). "Һүҙ теймәһен!" – ниндәйен оло табыш, һүҙ-хазина бит был! Ниңә беҙгә уны магик һүҙ булараҡ актив ҡулланмаҫҡа!? Бынан тыш, Ирек Кинйәбулатов ижадының йәнә бер балҡышы – авторҙың "һүҙ-образ" тыуҙырыу оҫталығында күренә. Бының сер төбөндә шағирҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғәнәле фекер һәм парадокстар, йәғни көтөлмәгәнлек тыуҙырыу һәләтендә асыҡ сағыла. Был стиль айырыуса кумиры Назар Нәжмигә хас ине. Мәҫәлән: Биш һумымды урланылар,Шуның менән хурланылар.Шиғырымды урланылар,Вәт, исмаһам, ҙурланылар. Йәнә: Ҡырҡ төрлө уй үтеп китте баштан,Йөрәккенәм ҡырҡҡа туралды....Йәштәш урыҫ шофер йырлап бараБашҡорт халыҡ йыры "Урал"ды. Иҫ киткес көтөлмәгәнлек: урыҫ һынлы ябай урыҫың классик башҡорт халыҡ йырын йырлап барһын әле! Бөрйәнде белмәгәндәргә ул бигерәк, көтөлмәгәнсә, яңғырайҙыр. Автор йәнә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер сюжеты тыуҙырыу ярҙамында ижад оҫталығын күрһәтте. Бер нисә өлгө: "Сыҡтым бөтә донъяларҙан һине – / Һинән бар донъяны эҙләргә", "Бер уйлаһаң – тороп бер көлөрлөк, / Бер уйлаһаң – ятып иларлыҡ", "Сығып китеп булмай – ҡапҡа бикле,/ Өйгә инеп булмай – өй бикле". Ана шундай ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер ағышы уҡыусыға көслө тәьҫир итә, уйландырыу сараһына әүерелә, шағирҙың ижад манераһын билдәләй. Ысынлап та, шағир иҫ китмәле һәм шаҡ ҡатырғыс образдар эҙләмәне, тормоштоң ғәҙәти ағышындағы күренештәрҙән философик һығымталар яһаны, туған теленең стилистик мөмкинлектәре, тел гәүһәрҙәре бынамын тигән шиғырҙар тыуҙырырға булышлыҡ итте. Ябайлыҡта – бөйөклөк, тигәнең шулдыр инде. Шағирҙың көндәлек шәхси телмәре, төртмә теллелеге (йәнәш эшләгән Рәшит Солтангәрәевтән килмәнеме икән?), һүҙ уйнатыу һәм сәсәнлек оҫталығы, асылда, уның поэтик ҡомары булды. Ирек Кинйәбулатов ижады хаҡында һөйләгәндә, уның бағышлауҙарына иғтибар итмәү хилаф булыр, сөнки бындай ижад уның шиғриәтенең тап яртыһын алып торалыр. Бағышлау-арнауҙар тигәндә, иң тәүҙә А.С. Пушкиндың Анна Кернға, ә үҙебеҙҙең Мостайҙың Хәсән Туфанға арналған классик шиғырҙары хәтерҙә яңыра. "Батшалар ятлап алырлыҡ шиғырҙар яҙа бит ул", – тине Мостай Кәрим. Ирек Кинйәбулатовтың бағышлауҙарына ҡарата халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин былай ти: "Тәнҡитселәребеҙ бағышлауҙарға нисектер кинәйә менәнерәк ҡарарға ярата. Әммә бағышлауҙар бит ул - шиғриәттең айырым бер өлкәһе. Иректең бағышлауҙары - иҫ киткес камиллыҡҡа, образлылыҡҡа, теүәл күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп яҙылған шиғырҙар". Эйе, шағирҙың бындай әҫәрҙәре һүҙ юҡта һүҙ булһын тип ижад ителмәгән, уларға автор геройына ҡарата тәрән һөйөү, шәхестең ил алдындағы эшмәкәрлегенә, үҙенсәлекле ҡылыҡтарына поэтик баһа рәүешендә яҙылған, уларҙа шулай уҡ шағирҙың күңел киңлеге ап-асыҡ сағыла. Ул, кемдәргә генә яҙмаһын, йөрәгендге иң мөҡәддәс уй-тойғоларын һалды. Мәҫәлән, ил улы Рамаҙан Өмөтбаевҡа яҙғанында: Мин таң ҡалам, уйлап, бер күңелгәХалыҡ рухы нисек һыйғанды.Һин ҡайтарып киттең кешеләргәТотош йөрәгеңә һыйғанды, – тине. Ә атаҡлы күҙ табибы, академик Марат Аҙнабаевҡа ҡарата ошондай эскерһеҙ юлдар яҙҙы һүҙ оҫтаһы: "Марат Тәлғәт улы! Тик бер һорау, / Һорауымдан юл юҡ ҡасырға:/ Ниндәй сара табып, нисек итеп, / Күргәндәрҙең күҙен асырға?!". Күренеүенсә, был юлдарҙа бер ниндәй ҙә самаһыҙ маҡтауҙар юҡ, ә юғары философик пафослы дөйөмләштереүҙәр яңғырай, сөнки шағирҙы "күбеһенсә күреүселәр күрмәүе, хаҡлыҡ һуҡырлана барыуы" һыҙландыра. Шуға күрә авторҙың бағышлауҙары – үҙе бер поэтик һәм фәлсәфүи донъя, кешелек донъяһы. Әйткәндәргә өҫтәп, Ирек Кинйәбулатовтың ысын мәғәнәһендә шиғыр оҫтаһы булыуын уның барлыҡ поэтик стиле аша, шиғыр төҙөлөшө, ритм, рифма төрлөлөгө менән тағы тулыландырып булыр ине, әммә мәҡәлә ҡыҫалары ҡулдағы теҙгенде тартҡылап ҡына тора. Шағир ижадына ҡарата мәҡәлә һуңындағы иң төп һүҙҙе лә авторҙың үҙ ауыҙынан әйттереп ослайһы килә: ...Шиғыр мине үҙе эҙләп табып, "Бына хәҙер ултыр, яҙ!" – тине.Өҫтәп уға әрнеү, һағыш ҡуштым,Быныһы ла әле аҙ ине.Әрнеткәнде яҙам, зарланмайым,Ҡыҫыр көйөктәрҙе зар итеп.Яҙһам яҙам башҡа сара юҡта,Тик яҙмайым юҡты бар итеп. Ана шуға ла һинең шиғриәтең үлемһеҙ, Ирек Кинйәбулатов, Ваҡыт ни тиклем дә уны ҡаты иләмәһен, һинең халҡыңа, яҡын күргән кешеләреңә, киләсәк быуындарға әйткән һүҙең, аҫыл гәрәбәләй, төҫ-хаҡын юғалтмаҫ, сөнки һәр һүҙеңдә хаҡлыҡ тантана итте! Шағирҙар, үҙе киткәс, яңынан тыуа тигәнерәк һүҙҙәр бар. Дөрөҫтөр. Ирегебеҙ ҙә шулай: беҙҙең арала, рухи донъябыҙҙа мәңге ҡалыр өсөн, Ғаләмдәргә яңынан аяҡ баҫты. Фәнзил САНЪЯРОВ, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Фото: "Башинформ".