Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эштәрҙең яртыһы тамамланған

Өфө районының Дорогин ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып Пикунов урамында йәмәғәт биләмәһен комплекслы төҙөкләндереү тора. Бөгөн түбәндәге бурыстар үтәлгән: воркаут өсөн ҡоролма, хоккей ҡабы ҡуйылған, биләмәгә асфальт түшәлгән, һуҡмаҡтар рәтләнгән, фонарҙар эленгән, эскәмйәләр ҙә бар. Оҙаҡламай балалар өсөн уйын ҡорамалдары һәм сәхнә ҡуйылыр, биләмә йәшелләндерелер тип көтөлә. Бынан тыш, планда резина япма түшәү тора, ул спорт менән шөғөлләнгәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Ул халыҡ өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға, ял ваҡыттарын урында ла файҙалы, яҡшы үткәреүгә, хәүефһеҙлек мөмкинлектәрен арттырыуға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, республикабыҙҙың тораҡ пункттары милли проектта әүҙем ҡатнашып, йәшәгән ерен күркәмерәк итергә тырыша. Фото: Өфө районы хакимиәте.