Үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, был ҡатынды күптән түгел язаға тарттырғандар. Ҡытайҙың Хэнань провинцияһындағы Цзяоцко ҡалаһының халыҡ суды уға балаларҙы ағыулағаны өсөн үлем ҡарарын тормошҡа ашырған. Ғәйепләнеүсе Ван Юнь балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән. Ул ошондағы бер уҡытыусы менән низағҡа ингән. Үс алырға теләп, 2019 йылдың 27 мартында иртәнсәк шул педагогтың сабыйы йөрөгән төркөмдәге барлыҡ тәрбиәләнеүселәрҙең бутҡаһына натрий нитриты һалған. Һөҙөмтәлә 25 бала ағыуланып, дауаханаға ебәрелгән. Береһе, шәбәйә алмайынса, медицина учреждениеһында вафат булған. Тикшерә башлағас, шул асыҡланған: баҡһаң, был ҡатын шәхси проблемаларын хәл итеүҙә натрий нитритын тәүге тапҡыр ғына ҡулланмай икән. Ике йыл элек ире менән дә һүҙгә килгәс, уның һыуына ошо онтаҡты һалған. Ире ағыуланған, шулай ҙа етди зыян күрмәгән. Судта билдәләнеүенсә, ҡатын натрий нитритының кеше организмы өсөн хәүефле икәнен яҡшы белгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бутҡаны үс алырға теләгән уҡытыусының балаһы ғына түгел, тотош төркөм ашаясағын да белһә лә, күрәләтә барыһын ағыулаған. Судта уға үлем язаһы биреүгә дәғүә белдереүсе булмаған. Фото: belizvest.ru