Дүртөйлө ҡалаһында "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышы үтте. Эшҡыуарҙың планы – ҡалала медицина лабораторияһын асыу. Төрлө анализдар, лаборатор тикшереүҙәр, УЗИ һәм башҡа медицина диагностика хеҙмәттәре ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Был бизнес пандемия осоронда тотороҡло үҫеш күрһәткән. “Ҡулланыусылар дәүләттекенә ҡарағанда шәхси медицина лабораторияларына йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Уларҙы тулы һәм дөрөҫ анализдар алыу, юғары сервис кимәле һәм һөҙөмтәнең тиҙлеге ылыҡтыра. Минең медицина тармағындағы тәжрибәм 13 йылдан ашыу һәм пациенттар ихтыяжын яҡшы беләм”, – ти эшҡыуар. Район хакимиәте башлығы Риф Йосопов бизнес-идеяны хупланы. Белгестәр аукционда ҡатнашыу тәртибен аңлатҡан, финанс ярҙамы саралары тураһында консультация биргән. Хакимиәт теләгән һәр кемде “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышында ҡатнашырға саҡыра. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.