Найти в Дзене

Теләгең булһа, ҡулыңдан киләсәк

Йәмғиәттә бизнесты популярлаштырыу – "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Балаҡатай районы эшҡыуары Илдар Мөхөтдинов үҙенсәлекле бизнес асҡан. Ул “Алтай йылы өйө” технологияһы буйынса ағас өй комплекттары етештерә. Был үҙенсәлекле технология ябай ғына итеп һәм тиҙ ваҡытта йылы һәм ныҡлы өйҙәр төҙөү мөмкинлеге бирә. Илдар Мөхөтдиновтың тарихы маҡсаты һәм ҡыҙыҡлы идеялары булған кеше өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ икәнлеген дәлилләй. Район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин эш сәфәре менән уның цехында булған һәм унда етештереү технологияһы менән танышҡан. Ул эшҡыуарға артабанғы эшендә уңыштар теләгән. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.