Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында быйыл да үҙенсәлекле сара - V “Терра Башҡортостан” республика ат спорты турниры ойошторола, ул бөгөн башлана. Сараға инеү ирекле. “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының приз фонды 10 миллион һум тәшкил итә. Шуныһы үҙенсәлекле: уҙыштарҙа жокей булараҡ спорт категорияларына эйә профессионалдар түгел, ә һыбай сабырға яратҡан 14 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр сығыш яһай. Райондарҙа уҙған һайлап алыу бәйгеләрендә башҡорт тоҡомло һәм урындағы тоҡомһоҙ аттар ғына ҡатнаша ала. Турнирҙың бурыстары мөһим һәм күп. Тәү сиратта – йәштәрҙе йылҡысылыҡҡа, ат спортына йәлеп итеү, райондарҙа малсылыҡтың ошо тармағын тергеҙеү, һәүәҫкәрлектән профессиональ категорияға күсеү системаһын булдырыу. Ғәҙәттәгесә, Олимпия системаһы буйынса үткәрелгән сараға тиклем биш көн алдан ҡатнашыусылар араһында йәрәбә һалынды. Юртаҡтар 2 мең 400 метр арауыҡҡа уҙыша. Ярыштар ғына түгел, мауыҡтырғыс тамашалар за ҡаралған турнирҙа. Сарала билдәле музыкант, мульти-инструменталист, төрлө шоуҙар оҫтаһ