Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы менән “Сириус” федераль биләмәһен ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләүе хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. “Бөгөн Сочила эшлекле кәңәшмәлә “Талант һәм уңыш” Фонды етәксеһе Елена Шмелова менән Өфө кампусы һәм “Сириус” араһында хеҙмәттәшлек өсөн килешеү төҙөнөк. Килешеүгә ярашлы, хеҙмәттәшлек һанлы технологиялар, яһалма интеллект, генетика, биомедицина, экология һәм климат өлкәләренә ҡағыла. Өфө кампусында фәндән тыш күп иғтибар сәнғәт һәм мәҙәниәткә бүленәсәк. Шулай уҡ урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереүҙең яңы юлдары эҙләнәсәк. Быйыл йәй айында бергә эшләнгән бер нисә яңы программа тормошҡа ашасаҡ, улар уҡыусыларҙы мәктәпкә әҙерләү, экологик туризм, шулай уҡ студенттарҙы һәләтле балаларға остаз булараҡ йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала. Беҙҙә хеҙмәттәшлектең матур тәжрибәһе бар. 2019 йылда Өфөлә Башҡортостан “Сириус”ы – “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге уңышлы эшләй. Шулай уҡ “Сириус” базаһында “Фән”, “Спорт”, “Сәнғәт” йүнәлештәрендә 120 һәләтле уҡыусылар төрлө Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашты. Октябрь айында беҙ “Сириус”тан делегация көтәбеҙ һәм хеҙмәттәшлек артабан да уңышлы дауам итер тигән өмөттәмен” , - тип яҙған Премьер-министр. Фото Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.