14 июлдә Үрге Ҡыйғы ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Салауат райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән зона кәңәшмәһе үткәрҙе. Көн үҙәгендә биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешенең төп мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыуҙа төрлө ведомство вәкилдәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Сара алдынан төбәк Башлығы район эшҡыуарҙарының һәм предприятиелары етештергән аҙыҡ-түлек продукцияһы күргәҙмәһе менән танышты, йәмәғәт ойошмаларының экспозицияларын ҡараны. Радий Хәбиров “Ышаныслы тыл” республика ирекмәндәр штабының вәкилдәре менән аралашты. Улар пилотһыҙ осоу аппараттары менән нисек эш итергә өйрәтә. Күптән түгел әүҙемселәр махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан яугирҙәргә лә шундай курс үткәргән. Республика Башлығы Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүгә операторҙар әҙерләү буйынса Үҙәктең асылыуы хаҡында белдерҙе. Унда махсус хәрби операцияға барырға теләүселәргә яраланып яуҙан ҡайтҡан яуги