Яңыраҡ Әбйәлил районының Хәмит ауылында янғын сығып, өс өй юҡҡа сыҡты. Шуларҙың береһендә етем ҡалған ейәндәрен ҡараған оло инәй йәшәй ине. Ул балалар шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың класташының улдары икән. Гөлнара ошо хаҡта сәхифәһендә яҙма ҡалдырған. "Рәзиләбеҙҙең йәне күктәрҙән ҡарап үрһәләнеп торғандыр инде йорт-ҡураһы ҡапыл утҡа сорналып юҡҡа сыҡҡанда. Йыл ярым элек класташыбыҙ ҡаты ауырыуҙан вафат булды. Өс улын яңғыҙы үҫтереп килә ине, улар әсәһе Альбина апай ҡулына ҡалды. Бына шул өс бала - Ришат, Мәғәфүр, Мансур - 21, 18, 10 йәшлек быуын нығытып та етмәгән, былай ҙа тормоштоң, етемлектең әсе-сөсөһөн етәрлек татыған уландар бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалды. Шулар өсөн бигерәк үҙәк өҙөлә. Шулай уҡ күршеләрендә йәшәгән, алты бала үҫтергән, ауылыбыҙҙың күрке булған Илһөйәр һәм Дим Абдуллиндарҙың да донъяһы көлгә әйләнде. Өсөнсө йорт хужаһы Марс ҡырҙа йөрөй, өй буш тора ине. Ярҙам итергә теләгәндәр өсөн Рәзиләнең улы Ришаттың һәм Дим ағайҙарҙың улы Айгиздең, Марстың бер туған апайы Р