Мөнирә инәй менән Әлшәй тарафтарына йөрөгән электричкала танышып һөйләшеп киттек. Ни сәбәптәндер, юл кешеләрҙе шул тиклем тиҙ яҡынайта, ғәҙәттә, күптәр күршеһенә лә һөйләмәҫ эс серҙәрен яңы юлдашына асып һалыусан. Бойоҡ, уйсан ҡарашлы апай ҙа тәү ҡарашҡа әллә ни аралашыусан кешегә оҡшамаһа ла, тиҙҙән миңә бар тормошон һөйләп ташланы. Инәй шифаханаға юлланған икән. “Ҡайһылай маладисһығыҙ, үҙегеҙҙе ҡарап, һаулығығыҙҙы ҡайғыртып йәшәгәс, шәп инде”, – тинем. “Сараһыҙлыҡтан инде, сараһыҙлыҡтан...” – тип ауыр көрһөндө юлдашым. Мөнирә инәй Өфө янындағы бер райондан, 16 ғына йәшендә баш ҡалаға килеп, курстарҙа уҡып, тегеү фабрикаһында эш башлаған. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған коллективта баш баҫып хеҙмәт итеп, оҫталығын арттыра, нормаһын һәр саҡ үтәй, тиҙҙән бригадир булып китә. “Бригадам гел социалистик ярыш еңеүсеһе булды, фотом Почет таҡтаһында торҙо”, – тип алыҫта ҡалған йылдарҙы хәтерләп алды. Йыл артынан йыл үтә. Әллә үтә баҫалҡы булыуы сәбәпле, әллә береһенән-береһе бәләкәй биш туғаны