Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ҡояшым һүнһә лә, йылыһы ғүмерлеккә етер”

Тәтешлегә сәфәр барышында танылған йырсы, Татарстандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең (Хәниә Фәрхлислам ҡыҙы Биктаһирова) музейында мотлаҡ булып, уның тормош һәм ижад юлы менән яҡындан нығыраҡ танышыу теләге менән яндыҡ. Борма-борма юлдар менән сәнғәткә килгән, тәбиғи таланты, ябайлығы менән халыҡтың мөхәббәтен яулаған Башҡортостан ҡыҙының йәшәү көсө, энергияһы, тормошто ихлас яратыуы ҡайҙан килә икән? Үҙен сәхнәнән, тамашасыһынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған, самаһыҙ популярлығы арҡаһында ҙур көсөргәнеш менән эшләргә мәжбүр булған артист 2012 йылда ауыр операция үткәрһә лә, ял итергә, ижади карьераһын ташларға ашыҡмай. ”Сәхнә мине ебәрмәй”, тип аҡлана ул. Беҙ бөгөн танылған абруйлы йырсының хитҡа әүерелгән йырҙары, ҡолас еткеһеҙ ижади ҡомары, халыҡтың уға ҡарата сикһеҙ ихтирамы, туған телдәрҙе популярлаштырыуҙа һәм үҫтереүҙәге өлөшөнә туҡталырға уйламайбыҙ, ә уның музейында булып, Тәтешле ҡыҙының тыуып үҫкән мөхите, туғандары, уны сәхнәгә илткән этәргес көс хаҡында төплөрәк белгебеҙ килә. Таланттар донъяла ифрат күп, тик уларҙың һәр береһе бындай хөрмәткә, һөйөүгә эйә тип әйтеп булмай, ә Хәниә Фәрхиҙең исемен мәңгеләштереүгә ынтылыштың халыҡта бик көслө булыуы бәхәсһеҙ. Район үҙәгендә асылған һәйкәл, уға арналған музей, артист исемендәге урам яҡташтарының йырсы талантына хөрмәт тойғоһонан бигерәк, шәхес булараҡ ихлас яратыу тойғоһонан яралғандыр кеүек. Беҙҙе Үрге Тәтешлелә музей мөдире, йырсының бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина ҡаршыланы. Бик күп экспонаттар, иҫтәлектәр, шәжәрә ағасы, туған-ырыуы тураһында мәғлүмәттәр менән тулы музей 2021 йылда асылған, уны тәртиптә тотоу, тулыландырыу бөгөн һеңлеһенең иңендә. – Был олоғара бурысты ҙур тырышлыҡ, теләк һәм илһам менән башҡарып сығыуығыҙ күренеп тора. Халыҡ киләме һуң? –2021 йылдың 1 октябрендә музейҙы асыу тантанаһына халыҡ күп йыйылды. Бөгөн дә йәше-ҡарты өҙөлмәй. Йәйгеһен сит тарафтарҙан ҡайтҡандар ҙа килеп, “Хәниәнең үҙен күргәндәй булдыҡ”, “Мин уның концерттарын ҡалдырмай торғайным”, тип яратыуҙарын белдергәндәр етерлек. ”Залың зауыҡлы, нурлы”, тигәндәр ҙә бар. Әлегә бөтә сәхнә кейемдәрен ҡуйып бөтөрмәнем. Киләсәктә уларҙы башҡа музейҙарҙағы кеүек быяла эсенә урынлаштырыу кәрәклеген аңлайым. Апайым хаҡында яҙмалар, иҫтәлектәр, телевидение, радио тапшырыуҙары, йырҙары һаҡлана. Байтаҡ ойоштороу эштәре башҡарылһа ла, еренә еткерәһе бурыстар ҙа бар. Ҡояшымдың (һеңлеһе апаһына йыш ҡына шулай тип өндәшкән) туған көнөндә музей янында һәйкәл дә ҡуйылғас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Бик күп абруйлы кешеләр, сәнғәт әһелдәре, яҡташтарым беҙҙең һөйөнөстө уртаҡлашты. Район хакимиәте етәкселәренә, һәйкәлде эшләүгә ҙур теләк менән тотонған оҫталарға ҙур рәхмәт! Йәшерен-батырын түгел инде, йөрәккә килеп тейерлек һүҙҙәр ҙә ишетелгеләне. Таштан шәхес образын тыуҙырыу пластилиндан һын әүәләү түгел бит. Ташты уйып, нәҡ кешенең үҙе кеүек һын тыуҙырыу мөмкин түгел, тип уйлайым. Фотонан ҡарап ҡына баһа биреүе ауыр, килеп, үҙ күҙҙәрең менән күреү күпкә яҡшыраҡ. Сәстәре, хатта эйәгендәге бәләкәй генә соҡоро ла тап үҙенә оҡшатып эшләнгән. Ҡулдарының ҡуйылышы, нәфис бармаҡтарына тиклем нәҡ үҙенеке. Һәйкәл таш булһа ла, унан йылылыҡ бөркөлгәндәй. Яҡты эҙҙәр ҡалдырған апайымдың рухы шат булһын! – Һеҙҙең үҙ-ара йылы мөнсәбәтегеҙ, бер-берегеҙ тураһында хәстәрлек күреүегеҙ һоҡланыу тыуҙыра. Күп балалы ғаиләләге мөхит шулай йоғонто яһаймы, әллә башҡа серҙәре бармы? -Алты бала үҫтек татыу ғаиләлә. Үкенескә ҡаршы, хәҙер Салауат абыйым ғына иҫән (оҙон ғүмерле була күрһен!). Иркенлектә, иркә генә үҫкән еребеҙҙән, тора-бара ҙур юғалтыуҙар кисерергә, бер-беребеҙгә таяныс булырға тура килде. Оло апайыбыҙҙы яман шеш алып китте, имәндәй мыҡты, һабантуйҙарҙа бил быуып һарыҡ алған, көрәшсе исемен йөрөткән Нурислам ағайыбыҙ фажиғәле һәләк булды. Гармунсы Тимерғәле ағайыбыҙҙың юл фажиғәһенә осрап, беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырыуы ҡара ҡайғыға батырҙы. Апайым юғалтыуҙарҙы йөрәге аша, бик ауыр кисерҙе. Ни өсөн тылсымлы сәхнәгә, йыр-моңға ғашиҡ булып, һағышлы ла, дәртле лә, уйсан да, һәр кем күңеленә үтеп инерлек йырҙар ижад итеүенең сәбәбе ябай. Атайыбыҙҙың тальян гармунда уйнауын ишетеп үҫкән, бер урамда ғына саф һыулы өс йылға аҡҡан, бәрәңге баҡсаһына терегөмөштәй шишмәләре терәлеп торған, Башҡортостандың иҫ киткес гүзәл тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан Үрге Сәллә ауылы йырға ғашиҡтарҙы нисек моңландырмаһын? Әйткәндәй, беҙҙең ауылда йырламаған, гармунда уйнамаған кеше лә юҡ ине ул саҡта. Әкиәт төйәге бит ул беҙҙең Тәтешле! Ә апайым йәшәп туя алмаған йән, һәр нәмәгә өлгөр, ярҙамсыл, тәбиғәттән бирелгән һәләтен күңеле аша үткәреп йырлай алған моң эйәһе булды. – Халыҡ артисының бормалы, һикәлтәле тормош юлдары аша, ниһайәт, сәхнәне яулауы үҙе бәхетле осраҡ. Беҙ уның мәктәпте тамамлағас, Мәскәүҙә текстиль училищеһында, аҙаҡ текстиль институтына уҡырға инеүе, бер үк ваҡытта танылған Ипполитов-Иванов музыка училищеһында уҡыуы тураһында хәбәрҙар ҙа түгел инек. Ә бит был данлыҡлы училище заманында Людмила Зыкина, Жанна Әбүзәрова, Екатерина Шадрина кеүек “йондоҙҙар”ҙы ҡабыҙған, хатта Алла Пугачева ошо уҡыу йортонда белем алған! – Аҙаҡ апайым Ҡазанда ижади эшмәкәрлеген дауам итте, театр училищеһын тамамланы. Атайыбыҙ хөрмәтенә “Фәрхи” фамилияһын алып сығыш яһай башланы. Ике туғандаш республикалар сиктәрен тоймай күңелле йәшәнек, байрамдарыбыҙ уртаҡ булды. Хәниә апайым менән серҙәр бүлештек, минең кеүек төпсөккә ул ысын мәғәнәһендә икенсе әсәй булды. Киң күңеллелеге хайран ҡалырлыҡ ине.Төрлө биҙәүестәр, алҡалар менән һөйөндөрҙө, аҙаҡ иғтибарын, һөйөүен ҡыҙҙарыма күсерҙе. Ауылға ҡайтһа, барыбыҙ өсөн оло байрам, кесе туй! Килеп инеү менән өҫ-башын алыштырып, ябай ауыл ҡыҙына әүерелә, йәшел сиҙәмдә яланаяҡ йүгерә... Уның беҙгә яратып өндәшкән һүҙе ”алтыным” булды. Хәйер, быныһы ла беҙҙең татыу ғаиләбеҙҙән киләлер, сөнки атайыбыҙ һәр беребеҙҙе “күгәрсенем” тип ярата торғайны. Шулай итеп, алты бала “күгәрсен ояһында” гөрләшеп үҫтек. Һәр беребеҙҙең баҡсала үҙ ағасыбыҙ, йортта үҙ шөғөлөбеҙ булды. Апайым бик яуаплы кеше ине. Был һәр нәмәлә сағылды, репертуар һайлауҙа ла, концертҡа әҙерләнеүҙә лә. Әле лә яҡшы хәтерләйем, республикала уҙғарылған “Башҡорт йыры”на нисек тулҡынланып әҙерләнеүен. Әйтерһең дә, беренсе көн сәхнәгә сыға! Тамашасыһына һөйөүен дә, һағыштарын да, борсолоуын да йырҙарында әйтә алды. Тауыш энергетикаһы, моңоноң арбау көсө, йырҙарының мәғәнәле булыуы, тормошто яратыуы һәр сығышында асыҡ сағылды. Мин уның ҡабатланмаҫ тембрында аҡ ҡайындар шаулауын да, селтерәүек шишмә сылтырауын да, юғалтыу һағыштарын да тоям. Уңыштары менән маһайманы, юҡҡа-барға зарланманы, ғорурланып йәшәне, яһалмалыҡты үҙһенмәгән тамашасы уны үҙ итте. Ябайлығы, сәхнәлә үҙен тотошо, йөкмәткеле йырҙары менән ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы булды. – Ваҡыт аяуһыҙ. Беҙҙе Хәниә Фәрхиҙән айырған көн дә яҡынлашып килә, унһыҙ йәшәүгә алты йыл үтеп тә киткән. – 27 июль – беҙҙең өсөн апайыбыҙҙы хәтергә төшөрөп, иҫтәлектәрҙе барлар көн. Донъяның йәме киткәс, ауыр хистәргә бирелеп, оҙаҡ ҡына нимәгә тотонорға белмәй ыҙаландым. Күпмелер ваҡыттан, бик асыҡ итеп, сәйер төш күреп, һиҫкәнеп уяндым. Имеш, апайым мине тыуған йорттоң бейек баҫҡысынан ныҡ итеп һуғып төшөргәндән һуң “булды һиңә, етер”, тип ҡаты ғына иҫкәртә. Моғайын, “етер һиңә, Фирүзә, үҙеңде ҡулға ал!” тиеүе булғандыр, тип уйланым. Ысынлап та, был төш мине уянырға, ысынбарлыҡты ҡабул итергә мәжбүр итте. Үлем үкенесһеҙ булмай, тигәндәре дөрөҫтөр. Апайымды һаҡлай алмағаныбыҙға, ваҡытында дауаханаға мәжбүрләп һалмағаныбыҙға, тейешенсә иғтибар бирмәгәнемә үкендем, өҙгөләндем. ”Бәлки, былай итергә кәрәк булғандыр, бәлки, былай...” Ул үҙенсә хәл итеп, үҙенсә йәшәп өйрәнгән шәхес, тәҡдире шулай булғандыр, тип әйтергә генә ҡала. Бөгөн уның йырҙары радио, телевидение аша яңғырай, әйтерһең дә, апайыбыҙ һаман да эргәбеҙҙә, бына-бына гастролдән ҡайтып инер ҙә, элеккесә беҙҙе ҡурсалап, яман күҙҙәрҙән һаҡлап йәшәр кеүек. Ғүмерен үлмәй торған йырға әйләндереп, тамашасыһын ҡыуандырып йәшәүен дауам итә ул бөгөн дә. Уның исемендәге урам көндән-көн киңәйеп, балалар тауышынан гөр килә, һәйкәле эргәһенән яҡташтары өҙөлмәй. Ҡояшым һүнһә лә, йылыһы оҙаҡҡа етәсәгенә ышанам. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.