Өфө фән һәм технологиялар университетында ҡабул итеү кампанияһының ҡыҙған мәле. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм был уҡыу йортоноң бакалавриаты йәки специалитетына инергә теләгән кешеләрҙең өҫтөнлөгө бар – уларға өҫтәмә балдар бирәсәктәр. Был мөмкинлекте Рәсәй Ҡораллы Көстәре, Росгвардия ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт үткән йәки әле үтеп йөрөгән кешеләр ала. Шул уҡ ваҡытта МХО-ла ҡатнашыусының мобилизация аша китеүе, йәки контракт төҙөп доброволец булыуы әһәмиәткә эйә түгел. Өфө фән һәм технология университеты – Башҡортостандың иң ҙур вуздарының береһе, унда 700 йүнәлеш һәм белгеслек буйынса донъя кимәлендәге белем алырға була. Университетҡа инеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ҡабул итеү кампанияһының +7 (917) 379-07-00 телефоны буйынса. Фото: уҡыу йортонан.