Межгорье ҡалаһында шат балалар һәм ата-әсәләр тағы ла артты. Ҡалала яңы кафе асылды, унда бик тәмле десерттар менән сәй эсергә, тәмле туңдырма ашарға, һөт коктейлдәрен тәмләп ҡарарға була. Кондитер нөктәһенә нигеҙ һалған Ольга Шеметова ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә кафе асыу проекты менән бер нисә ай элек килгән булған. Ул "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Уны объектты урынлаштырыу урыны ҡыҙыҡһындырған. Һәм бына бөгөндән ул килгән кешеләрҙең йылмайыуын күреп ҡыуанһа, ҡала халҡы уңайлы урын булғанға шатлана. Пирожныйҙарҙы эшҡыуар үҙе әҙерләй. Ул бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Кондитер нөктәһен үҫтереү буйынса пландары ҙур. – Идеялар күп, ғаиләм эшемде хуплай, ә иң мөһиме, ҡала халҡы рәхмәт һүҙҙәре әйтә. Заказға ла эшләйбеҙ – торттар, капкейктар – барыһы ла үҙемдең шәхси рецептарым буйынса, – ти Ольга Шеметова. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарл