“Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәген булдырыу өсөн Ҡариҙел районының Абыҙ мәктәбенә заманса һанлы ҡорамалдар алынды. Был иһә “Мәғариф” милли проекты (национальный проект «Образование» ) сиктәрендә башҡарылды. Бының өсөн физика, химия, биология буйынса һанлы лабораторияларға, робот техникаһы, механика, мехатроника нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн приборҙарға, ноутбуктарға, телевизорҙарға заказ бирелде. - “Үҫеш нөктәһе” һәм һанлы белем биреү мөхите – уникаль башланғыстар һәм улар беҙҙең балаларҙың белемен күпкә киңәйтергә, профессионал кимәлдә тикшеренеү эше менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙең район биләмәһендә “Мәғариф” милли проекты тормошҡа ашырылыуына бик шатбыҙ, - тип һөйләне Абыҙ мәктәбенең информатика һәм физика уҡытыусыһы Вадим Лотфуллин. “Мәғариф” милли проекты илебеҙҙә йәшәүсе барлыҡ балаларға һәм үҫмерҙәргә уларҙың һәләтен мөмкин тиклем киң асырға шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ил буйынса мәктәптәр, колледждар, техникумдар төҙөлә, модернизациялана, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Рәсәй Преиденты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: bash.news