Найти в Дзене

Йәштәргә форум яңы юлдар асыр

Ул “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” ҡалалар үҫеше һәм һанлы трансформацияларҙың IV халыҡ-ара форумы сиктәрендә уҙғарыла. Форумдың эшлекле программаһында бер нисә көнүҙәк темалар буйынса дискуссиялар үткәреләсәк. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Йәштәр советы менән берлектә ҡатнашыусылар киләсәк ҡалалар өсөн һанлы кадрҙар булдырыу мәсьәләһен тикшерәсәк. Тәүге тапҡыр “14 йәштә үҙ бизнесың” тигән дискуссия үтәсәк. -Һанлы трансформацияны йәш, перспективалы кадрҙарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шуға ла йәштәргә был тармаҡта үҙҙәрен үҫтерһен өсөн шарттар тыуҙырыу мөһим, - тине Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығының проект дирекцияһы етәксеһе урынбаҫары Дарья Долгих. “Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” форумы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда”) сиктәрендә үтә. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Башҡортостан Хөкүмәте сайты.