Бер нисә көн элек Әбйәлил районының Хәмит ауылында йорттар янып киткәйне. Өс өй юҡҡа сыҡты. Береһендә уҡытыусы, икенсеһендә етем ейәндәрен ҡараған оло инәй йәшәй, өсөнсөһө буш тора ине. Халыҡ шунда уҡ ярҙам итә башланы. Үҙ теләге менән был эште ойошторған ирекмәндәр ҙә барлыҡҡа килде. Уларҙың береһе - Азамат Зәйнетдинов - ватсаптан видеомөрәжәғәт таратты. Зыян күреүселәрҙең береһе уның уҡытыусыһы икән. Беҙҙең ғаилә чатына ла килде был видео. Бер ҡайынбикәм, ярҙам булыр, аҡса күсерәйем, тигәйне, икенсеһе, уны бит мошенник тиҙәр, күсерә күрмә, миңә шулай тип яҙҙылар, тине. Мин, түҙмәнем, Хәмит ауылын яҡшы белгән кешеләрҙән һораштыра башланым: был егет кем ул, ысын ярҙам итергә теләйме, уға ышанырға буламы... Шул ауыл ҡыҙы, билдәле шағирә, абруйлы замандашыбыҙ Гөлнара Хәлфетдинова уның Азамат исемле яҡшы, изгелекле егет, зыян күреүселәрҙең күршеһе икәнен бер нисә тапҡыр әйтте, иҫбатланы. Ышандым. Уның һүҙҙәрен туғандар чатына яҙҙым, ҡайынбикәм, еңел һулап, иғәнәһен күсерҙе... Кеше һүҙе к