Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин "Бәйләнештә" социаль селтәрендә йән өшөткәс яҙмаһы менән бүлешкән. – 30 майҙа юғалған Тимур Сөләймәнов әле һаман табылмаған, – тигән Мәсхүт Рәшит улы. – Үҫмерҙе эҙләүҙә ярҙам һорап район халҡына тағы ла мөрәжәғәт итәм. 13 июлдә полиция бинаһы алдында ирекмәндәрҙең йыйылышы ойошторолдо, уны ниндәй йүнәлештә эҙләү тураһында кәңәшләштек. Ирекмәндәргә һауа торошона ҡарап кейенергә ҡушылғайны, әлбиттә, үҙегеҙ менән һыу һәм тамаҡ ялғау өсөн ризыҡ алығыҙ тип тә әйттек. Мәсхүт Миңлеғәлин белдереүенсә, Тимурҙы эҙләү дауам итә, ул кеше яҙмышына битараф булмағандарҙың барыһына ла рәхмәтен еткерә. Фото: Мәсхүт Миңлеғәлин.