Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был ауылда берәү ҙә вахтаға китмәй

Әбйәлил районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мораҡай ауылында берҙәм, дәртле һәм уңған халыҡ йәшәй. Ауылда вахта ысулы менән ситкә йөрөгән, шул уҡ ваҡытта эшләмәгән бер кеше лә юҡ. Белорет һәм Магнитогорск ҡалаларының, "Абҙаҡ" тау саңғыһы үҙәгенең, төрлө ял йорттарының яҡын булыуы халыҡты ашлы һәм эшле итә. Шулай уҡ ауыл янынан ғына тимер юлы үтә, күптәр шунда эшләй. Күптән түгел мораҡайҙар "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын үткәргән, урамдар төҙөк, йорттар күркәм. Ауыл халҡының күптән көткән төп проблемалары ла хәл ителә: йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә башлаған. Ауылдың йәшәйеше, тормошо, халҡының шөғөл-кәсептәре, уларҙы ниндәй проблемалар борсой, шатландырыуы хаҡында тиҙҙән гәзит биттәрендә таныштырырбыҙ. Автор фотолары һәм видеоһы.