Белорет районында янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, кисә урман янғындарына ҡаршы көрәштә мөһим көн булған. Әйткәндәй, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре иң ҡатмарлы участкаларҙа, барып етеүе ауыр урында эшләй. Кисә был тарафтарҙа ямғыр яуыуы ла ундағы көсөргәнеште кәметкән. “Бөгөн Белорет районында урман янғынына ҡаршы көрәштә мөһим көн. Беҙ, һис шикһеҙ, еңәсәкбеҙ, хатта шикләнмәгеҙ. Егеттәр тәүәккәл, ҡайһы берҙә ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып эшләһә лә. Уларға ут һүндереүҙә уңыштар теләгеҙ! Барыһына ла яҡшы!” – тип яҙҙы улар. Ә инде республикалағы урман янғындарына бәйле хәлгә килгәндә, уҙған тәүлектә яңы сығанаҡтар теркәлмәгән. Әлегә дүрт урман янғыны ғәмәлдә ҡала. Уларҙың дөйөм майҙаны 507 гектарға тиң: Белорет районы – 320 гектар һәм 70 гектар; Күгәрсен районы – 47 гектар; Бөрйән районы, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы – 70 гектар. Шул иҫәптән, 47 гектар майҙанда бер урман янғыны сығанағы ҡамауға алынған (Күгәрсен районы), ә ҡалған 460 ге