Найти тему
Башҡортостан гәзите

70 йылға һуҙылған мөхәббәт

Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылынан Әминә Закир ҡыҙы менән Вәкиф Таһир улы Таһировтар 70 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Юбилярҙар матур йәшәү серҙәре менән уртаҡлашҡан. Был – иң тәү сиратта бер-береңә хөрмәт, үҙ-ара аңлашып йәшәү, тип белдергән улар. Әминә Закир ҡыҙы үҙҙәре менән бергә 95 йәшенә тиклем ғүмер кисергән ҡәйнәһе тураһында ла йылы хәтирәләрен уртаҡлашҡан. Юбилярҙар биш бала тәрбиәләгән, барыһына ла белем биргән. Хәҙер туғыҙ ейәндәре һәм 14 бүләсәрҙәре бар. Әйткәндәй, Вәкиф Таһир улы – Ҡыйғы районының почетлы гражданы. Быларҙың барыһы тураһында ла Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.