Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға урмансылар күрһәткән ярҙам тураһында һөйләне. "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең төп бурысы булып тора. Ярҙамға халыҡтың әүҙем ҡушылыуы ҡыуандыра. Бер көс булып тупланып, егеттәребеҙҙең көнкүрешен еңелләштереүгә, улар тураһында хәстәрлек белдереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә был эштән ситтә ҡалмай һәм махсус хәрби операцияһы зонаһына гуманитар ярҙам йыйыу һәм ебәреү менән әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, әлеге мәлдә республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяжы өсөн утын ярып әҙерләйбеҙ. Бөтәһе мең кубометр утын әҙерләргә кәрәк. Яҡын арала гуманитар ылауҙың тәүге партияһын ебәрергә ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ нығытмалар төҙөү өсөн ағас әҙерләү буйынса ла эште дауам итәбеҙ. Урмансылар 220 кубометр самаһы ағасты фронтҡа ебәргән дә инде", - тип яҙа Марат Шәрәфетдинов һәм был изге эштә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерә. Фотолар Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан алынды.