Республиканың киң мәғлүмәт сараларынан бер төркөм журналистарҙың махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға барып ҡайтҡанын ишеткәнһегеҙҙер. Улар араһында "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, журналист һәм әҙип, сая Фәнис Хөсәйенов тураһында очерк яҙған Мөнир Ҡунафин да бар ине. Әле ул махсус хәрби операция биләмәһендә күргәндәре тураһында ҙур әҫәр яҙа. "Башҡортостан" гәзите уны тулыһынса баҫтырасаҡ. Иртәгәге йома һанында йылъяҙманың тәүге өлөшө баҫылып сыға. Хөрмәтле уҡыусылар! Мөнир Ҡунафиндың был йылъяҙмаһын уҡымай ҡалмағыҙ. Үҙ күҙҙәре менән күргән әҙип, журналистың һүрәтләр күренештәре, әйтер һүҙе күп һәм тос. Тик беҙҙең гәзиттә - дауамлы мәҡәлә! Йома һайын гәзитте уҡығыҙ! Эдуард Ҡусҡарбәков фотоһы.
Иртәгә "Башҡортостан" гәзитендә алғы һыҙыҡтан репортаж уҡығыҙ!
13 июля 202313 июл 2023
~1 мин