Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ишембайҙарға янғын һүндереү машинаһы тапшырылды

Бөгөн барған янғындар республикала янғынға ҡаршы көрәште көсәйтеү сараһын күреү кәрәклеген күрһәтте. Ошо йәһәттән Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбиров һәм республика Хөкүмәте ярҙамында 2030 йылға тиклем янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырыла. Был Стратегия ауыл биләмәләрен янғындан һаҡлау буйынса сараларҙы ла үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, Ишембай районында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ике янғын һүндереү часы асылған. Улар дүрт алты кубометрлы янғын һүндереү автоцистернаһы менән йыһазландырылған. Августа Һайран ауылында яңы янғын депоһы төҙөлә башлаясаҡ. Стратегия буйынса шулай уҡ Әрмет, Маҡар һәм Һайран ауыл советтары өсөн мобиль янғынға ҡаршы комплекстар тапшырылған. Ҡолғона ауыл советы өсөн янғын һүндереү автомобиле бүленгән. – Бөгөн Этҡол ауыл советының ирекле янғын һүндереүселәренә автоцистерна тапшырылды. Этҡол янғын һүндереүселәренә тапшырылған автоцистерна “Урал-5557” шассиһы базаһында алты кубометрлы, һыу биреү

Бөгөн барған янғындар республикала янғынға ҡаршы көрәште көсәйтеү сараһын күреү кәрәклеген күрһәтте. Ошо йәһәттән Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбиров һәм республика Хөкүмәте ярҙамында 2030 йылға тиклем янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы тормошҡа ашырыла. Был Стратегия ауыл биләмәләрен янғындан һаҡлау буйынса сараларҙы ла үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, Ишембай районында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ике янғын һүндереү часы асылған. Улар дүрт алты кубометрлы янғын һүндереү автоцистернаһы менән йыһазландырылған. Августа Һайран ауылында яңы янғын депоһы төҙөлә башлаясаҡ. Стратегия буйынса шулай уҡ Әрмет, Маҡар һәм Һайран ауыл советтары өсөн мобиль янғынға ҡаршы комплекстар тапшырылған. Ҡолғона ауыл советы өсөн янғын һүндереү автомобиле бүленгән. – Бөгөн Этҡол ауыл советының ирекле янғын һүндереүселәренә автоцистерна тапшырылды. Этҡол янғын һүндереүселәренә тапшырылған автоцистерна “Урал-5557” шассиһы базаһында алты кубометрлы, һыу биреү етештереүсәнлеге секундына 50 литр, еңдәренең оҙонлоғо 240 м. Егеттәргә тыныс дежурлыҡ, бары тик күнекмәләргә генә сығыуҙарын теләйем. Мәҫәлән, уҙған аҙнала Бүздәк ирекле янғын һүндереүселәренә лә янғын һүндереү машинаһын тапшырҙылар, ә был аҙнала уларға янғын һүндереүгә сығырға тура килде. Янғын һүндереүселәр әйткәнсә: “Еңдәрегеҙ ҡоро булһын, егеттәр!" – тине машина асҡысын тапшырыу ваҡытында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров. Фото: Фәрит Ғүмәровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.