Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иҫтәлегенә ҡарата тарихи ғәҙеллек тергеҙеләсәк

“Янғантау” геопаркына республика ҡаҙнаһынан 128,5 миллион һум аҡса бүленәсәк, ул башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында заманса парк төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаровтың күрһәтмәһе бар. Финанс саралары ике йыл дауамында үҙләштереләсәк. Геопарк директоры Айрат Ғәлиев әйтеүенсә, Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы барлыҡҡа киләсәк. – Комплекс Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” әҫәренә нигеҙләнеп эшләнәсәк, уның сюжеты милли батырҙың биографияһына бәйле буласаҡ. Был киләсәктә туристарҙың яратҡан урынына әүерелергә тейеш, сөнки үҙендә Башҡортостстандың тарихи, рухи, мәҙәни көсөн берләштерәсәк, - ти Айрат Ғәлиев. Салауат районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов иһә түбәндәге фекерҙе белдерҙе: – «Салауат ере» тарихи- мемориал комплексын төҙөү – батырҙың яҡташтары һәм тотош республика тарафынан күптән көтөлгән сара. Салауат Юлаев – баш

“Янғантау” геопаркына республика ҡаҙнаһынан 128,5 миллион һум аҡса бүленәсәк, ул башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында заманса парк төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаровтың күрһәтмәһе бар. Финанс саралары ике йыл дауамында үҙләштереләсәк. Геопарк директоры Айрат Ғәлиев әйтеүенсә, Тәкәй ауылы урынында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы барлыҡҡа киләсәк. – Комплекс Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” әҫәренә нигеҙләнеп эшләнәсәк, уның сюжеты милли батырҙың биографияһына бәйле буласаҡ. Был киләсәктә туристарҙың яратҡан урынына әүерелергә тейеш, сөнки үҙендә Башҡортостстандың тарихи, рухи, мәҙәни көсөн берләштерәсәк, - ти Айрат Ғәлиев. Салауат районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илшат Хәсәнов иһә түбәндәге фекерҙе белдерҙе: – «Салауат ере» тарихи- мемориал комплексын төҙөү – батырҙың яҡташтары һәм тотош республика тарафынан күптән көтөлгән сара. Салауат Юлаев – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, сағыу шәхес һәм комплекс төҙөү уның иҫтәлегенә ҡарата ғәҙеллекте тергеҙеү буласаҡ, сөнки тыуған ауылы урынында әлегә тиклем таш тирмәнән башҡа бер ни юҡ ине. Тиҙҙән бында заманса инфраструктуралы парк барлыҡҡа киләсәк, унда мәғлүмәт алыу менән бергә ял да итеп буласаҡ. Әлеге ваҡытта парк өсөн 4,5 гектар ер бүленгән, юл һалына. Йыл һайын Салауат районына 70 меңгә яҡын турист килә, район биләмәһендә тирмәле кемпингтар, туристар коворкингы эшләй. “Салауат ере” комплексы асылыуы, һис шикһеҙ беҙҙең төбәккә тағы ла күберәк туристарҙы ылыҡтырасаҡ, - ти Илшат Вәғиз улы. Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.