Был хәлде һөйләгәндә, Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәгән Нурсилә Хәмитйән ҡыҙы күҙ йәштәрен тыя алманы. Был хәл бынан ете йылдар элек була. Ауыл араһынан яҙғы ҡар һыуҙары менән ағып төшкән Арба йылғаһы, аҫҡы яҡта, ярҙарына һыймай ташып аҡҡан Һаҡмар йылғаһына ҡойған ер була. Дүртенсе балаға йөклө булып йөрөгән әсә үҙенең ете йәшлек улының ҡул араһынан сығып ысҡынғанын күрмәй ҡала. Уны эҙләгәндәренсә, бер кемдең дә башына һыймаҫлыҡ хәлдәр булып өлгөрә. Бер төркөм балалар ошо йылғаларҙың ҡушылдығында уйнап йөрөгән. Шул саҡ ете йәшлек был малай һыуға ҡолап төшөп китә, өлкәнерәктәре албырғап, ололарға ярҙамға йүгерә алмай ҡатып торған саҡта, артынан һигеҙ йәшлек кенә икенсе малай һикерә. Арба йылғаһы ҙур йылғаға барып ҡушылыуға бер-нисә метр ғына ҡалғанда батып барыусыны барып тотоп, бата-сума һалҡын һыуҙы йырып кире ярға сыға ике малай. Бер-ике метрға ғына өлгөрмәһәләр, ҙур Һаҡмарҙа уларҙы хатта ололар ҙа ҡотҡарып ҡалмаҫ ине тип фаразлай ауыл халҡы. Ә инде үҙенән бер йәшкә генә к
Бәләкәй Айсарҙың аҫҡы урамға ниңә төшкәнен бер кем дә белмәй
13 июля 202313 июл 2023
1 мин