Бөрйән районында “Бөрйән ырыуы йыйыны” ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы Байназар, Яңы Мөсәт, Килдеғол, Әбделмәмбәт, Ҡолғана, Иҫке Собханғол ауылдарының фольклор ансамблдәре мәҙәниәт йорто алдына сығып ҡаршы алды. Ырыуҙаштар тирмәләге милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Мәҙәниәт йорто фойеһында халыҡ оҫталары әҙерләгән өлгөләр – ошо ерлеккә генә хас үҙенсәлекле сергетыш, ҡорама, милли кейем, биҙәүестәр, тормош-көнкүреш әйберҙәре, сувенирҙар, картиналар күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Ауыл, ғаилә тарихын барлап төҙөлгән шәжәрә ағастары ла юғары баһа алды. Сараның тантаналы өлөшө Бөрйән ырыуы тарихына бәйле театрлаштырылған тамашанан башланды. Юғары рухлы, илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған концерттан һуң, сараның фәнни-ғәмәли өлөшө башланды. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, йыйындың оло әһәмиәтен билдәләне. Тантанала шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Арсен Еникеев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, БДМУ-ның медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры Сәлиә Мырҙабаева сығыш яһаны. Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев Бөрйән ырыуының билдәле шәхестәрен барланы. Әхмәт Сөләймәнов музейы директоры Роза Ғүмәрова “Киләсәккә әйтер һүҙем булһын” тигән темаға доклад менән сығыш яһаны. Бөрйән ырыуының ҡор башы вазифаһын башҡарыусы Руслан Биккининдың ғилми яҙмаһы “Ырыу эштәре тәртибен ойоштороу. Ырыу хәрәкәтенең тел, тарих һәм дә көндәлек тормошҡа әһәмиәте”нә арналғайны. Бөрйән, Баймаҡ, Әлшәй, Дәүләкән, Илеш, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Хәйбулла, Федоровка райондарынан килгән вәкилдәр Бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәгән ауылдарының тарихы менән таныштырҙы, йыйынға үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Бик фәһемле, һөҙөмтәле, эшлекле йыйынға йомғаҡ яһап, “Бөрйән ырыуы” йәмәғәт ойошмаһы советын һайланылар, ойошманың ҡарарын, ырыуҙың гербын һәм Әхмәр Үтәбай һүҙҙәренә Вилүр Мәүлитов яҙған “Беҙ – боронғо бөрйәндәр” тигән йырҙы ырыу гимны тип ҡабул иттеләр. Сараның тантаналы өлөшөнән һуң ҡор башлығы һайланды. Был яуаплы вазифа район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика эше бүлеге етәксеһе Марсель Ғүмәровҡа йөкмәтелде. Штандарт Түңгәүер ырыуы вәкиле, шағирә, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Айгөл Айытҡоловаға тапшырылды. Әлфинә ЮЛСУРИНА