Найти тему
Башҡортостан гәзите

Икмәк булһа, йыр ҙа була

Ошо көндәрҙә филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиевтың, шағирә Фәнүзә Зөлҡәрнәеваның “Икмәк булһа, йыр ҙа була” (“Будет хлеб, будет и песня”) тигән башҡортса-русса тарихи-публицистик китабы донъя күрҙе. Өс-дүрт йыл дауамында әҙер­ләнгән был энциклопедик хеҙмәт Учалы районының ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә һәм райондың 93 йыллығына арналған. Бындай хеҙ­мәт республикабыҙҙың 54 районы араһында иң беренселәрҙән булып халыҡҡа еткерелде. Ошо­ларҙы иҫәпкә алып, урындағы халыҡ фекеренсә, был беренсе ҡарлуғас оло баһаға лайыҡ. Йыйынтыҡта 1930 – 2023 йылдар тарихы, ошо дәүерҙәге колхоз-совхоздар тарихы, ундағы социаль-иҡтисади үҙгәрештәр сағылдырыла. Унда ябай хеҙмәтсәндәрҙән иген­селәр, малсылар, ялан батырҙары, фиҙакәр эштәре өсөн юғары хөкүмәт наградаларына лайыҡ булған иген үҫтереүселәр, төрлө премия лауреаттары, атҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәтсәндәре, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, алдынғы фермер хужалыҡтары етәкселәре, ғаилә династиялары тураһында яҙмалар ҙа баҫылған. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: был китапты нәшер итеү өсөн халыҡ үҙе инициатива менән сығыш яһаны. Ошо осорҙа үҙҙәренең әсе тирен түгеп, алһыҙ-ялһыҙ ялан­дарҙа, яҙғы баҫыу эштәрендә, уңыш йыйыуҙа, һөтсөлөк фермаларында малсы-һауынсыларҙың тырыш­лығы, республика һәм район даны өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән ветерандар, уларҙың ейән-ейәнсәр­ҙәре, хакимиәт етәкселәре, фер­мерҙар мөмкин тиклем матди йә­һәттән ярҙам итте. Китапты баҫ­тырған Сибай типографияһы коллективына һәм уның директоры Айбулат Алик улы Ураҙбахтинға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! “Күмәк көс яу ҡайтара”, “Ил төкөрһә, күл була”, тиҙәр. Бик хаҡ һүҙҙәр. Икмәк ҡәҙерен, изге еребеҙ ҡәҙерен белеүселәргә шиғри гөл­ләмәләр, дан йыры ла яҙылғаны күңелдәрҙе күтәрә. Эйе, ысынлап та, татлы икмәгебеҙ булғанда, йырҙарыбыҙ ҙа һәр саҡ тормошо­боҙҙо йәмләп торасаҡ. Яратамын баҫыуҙарҙың Алтын ғына төҫтәрен, Аҡ мейестә бешеп сыҡҡан Әпәкәйҙең еҫтәрен! Беҙ – колхозсы балалары, Егәрле халыҡ заты! Шөкөр, хәләл әпәкәйҙең Үҫтек беҙ тәмен татып! Шулай берҙәм һәм бергә булып, яландарыбыҙҙа мул уңыштар үҫте­реп, атайсалыбыҙҙы данлап, ялан батырына йырҙар йырлап, илебеҙ­ҙең тыныслығын теләп, матур тормошта йәшәйек, ватандаштар! Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА