Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң беренсе үҙебеҙҙе тәрбиәләү зарур

Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылынан Айгөл Мулланурова – һөнәре буйынса уҡытыусы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Декрет ялына тиклем Үрге Тәтешле ауылы мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыһы булып эшләй. Бала саҡтан уҡ үҙен уҡытыусы итеп күҙ алдына килтергәс, икеләнмәйенсә ошо һөнәрҙе һайлай. Декрет ялындағы әсәйҙәргә бушлай уҡырға мөмкин. Өс бала әсәһе Айгөл Мулланурова был дәүләт программаһы буйынса былтыр ҡыш Томск дәүләт университетында логопед һөнәренә ҡайтанан әҙерлек үтә. “Логопедия, минеңсә, педагогикала бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш. Өҫтәүенә, минең өсөн ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта, сөнки бәләкәй балам бар. Уға өс йәш тулды. Хәҙерге балаларҙың күбеһенең телмәргә бәйле проблемалары бар. Йыш ҡына ҡайһы бер ата-әсәнән балаларының бөтөнләй һөйләшмәүе тураһында ишетәм. Сәбәбен аныҡ ҡына әйтә алмайым. Кемдер сәйнәргә кәрәкмәгән әҙер бутҡа һәм иҙмәләрҙе йыш ҡулланыуҙы ғәйепләй. Уларҙа сәйнәү рефлексы үҫешмәй, ә был телмәргә йоғонто яһай. Мультфильмдар, гаджеттар ҙа сәбәпсе булыуы бар. Балаларға йәнле аралашыу ҙа етмәй. Ғөмүмән, бының сәбәптәре күп, һәм улар – шәхси күренеш. Норма буйынса бер йәшлек балаларҙың телмәрендә 20–30 һүҙ, ике йәштә – фраза телмәре, өс йәштә һөйләмдәр булырға тейеш, тағы ла был һәр балала индивидуаль үҙенсәлек”, – тип аңлатты белгес. Айгөл Мулланурова шулай уҡ тиҙ уҡыу тренеры булып эшләй. Бала ҡарау буйынса отпуск ваҡытында үҙ-үҙеңде үҫтереү һәм психологияны өйрәнә башлай. Бер мәл үҙенең уҡығанына бер нисә тапҡыр ҡайтанан әйләнеп ҡайтыуын аңлай, ә ҡайһы берҙә хатта уҡығаныңды аңлау ҙа ауыр, ти. Шунда уҡ ул үҙе өсөн тиҙ уҡыу курсын эҙләй башлай. Оҙаҡ уйлап тормай, был йүнәлештә белемен арттырырға ҡарар итә. Хәҙер ул үҙе балаларҙы ошо методика буйынса уҡыта. Тәүге һөҙөмтәләре лә бар. Хәтерҙең бөтә төрҙәре яҡшыра, һүҙлек запасы тулылана. Был мейе ярымшарҙары араһындағы үҙ-ара тәьҫир итешеү ярҙамында тормошҡа ашырыла. Баҡтиһәң, ҡайһы бер билдәле шәхестәр был методиканы күптән белгән һәм ҡулланған. Сталин, мәҫәлән, көнөнә бик күп биттәр уҡыған һәм яттан һүҙмә-һүҙ һөйләй алған. “Китаптарҙы яратыр өсөн, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡ­һындырған әҙәбиәтте табырға кәрәк. Балаларҙы уҡырға мәжбүр итергә кәрәкмәй. Юҡһа уларҙың теләген һүрелтерһегеҙ. Үҙебеҙҙе тәрбиәләргә, ә балаларҙы яратырға кәрәк, сөнки кескәйҙәр беҙгә ҡарап тиңләшә”, – тип кәңәш бирҙе логопед һәм тиҙ уҡыу буйынса педагог Айгөл Мулланурова. Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА