Найти тему
Башҡортостан гәзите

Халыҡ улы

Башҡорт дәүләт университетында миңә һоҡланғыс педагог Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтан бер йыл һабаҡ алыу бәхете тәтене. Ул беҙҙе “Хәҙерге заман башҡорт теле”нән уҡытты. Илле йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның дәрестәрен һағынып иҫкә алам. Ғәлләмов ағай башҡортса дөрөҫ уҡыу-яҙыуға, матур итеп һөйләргә генә өйрәтеп ҡалманы, әле балалыҡ сылбырынан ысҡынып та өлгөрмәгән илке-һалҡы күңелебеҙгә педагогика тигән ҡатмарлы фәндең тәүге орлоҡтарын сәсте. Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыу­сыһы, Рәсәй Федера­ция­һының мәғариф отличнигы, Ушинский исемендәге орден кавалеры Абдрахман Ғәлләмовты бөтәбеҙ­ҙең дә беренсе уҡы­тыу­сыбыҙ тиһәм, һис тә шаштырыу булмаҫ. Бөгөн хәреф танып, уҡый-яҙа белгән ке­шеләрҙең күбеһе мәк­тәп ишеген асып инеү менән уның “Әлиф­ба”­һын ҡулына алған, шул китап аша хәреф таныған, матур яҙыр­ға, ижекләп уҡырға өйрәнгән. Абдрахман Ғәлләмов 1926 йылдың 15 октябрендә Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуа. Уны бала сағынан белеүселәр шаян, отҡор, иртә уҡырға-яҙырға өйрәнгән малай булараҡ хәтерләй. Бәләкәйҙән етем ҡалып, Хәбирә апаһы тәрбиәһендә үҫкән Абдрахман йәштән уҡытыусы булырға хыяллана. Тәүҙә Темәс педагогия училищеһында, шунан Тимирязев исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала. Студент йылдарында уҡ Абдрахман Ғәлләмов башҡорт теле нигеҙҙәрен ныҡлап өйрәнә. Институтты тамамлағандан һуң Сибай мәктәбендә эш башлай. 1948 йылда Белорет педагогия училищеһына күсә. Тап Белоретта эшләгән йылдарында А. Ғәлләмов уҡыусы балаларҙы башҡорт телендә дөрөҫ һөйләргә һәм матур яҙырға өйрәтеү мәсьәләләре менән мауыға. Һәләтле педагогты тиҙ күрәләр һәм уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына эшкә саҡы­ралар. Бында А. Ғәлләмовҡа фән менән шөғөлләнергә юл асыла: алдынғы уҡытыусыларҙың эш алымын өйрәнеп, методик ярҙам күрһәтә. Ошо йылдарҙа өлкән педагог, рус графикаһы нигеҙендә башҡорт алфавитын төҙөүселәрҙең береһе Зәкир Айыуханов менән берлектә “Әлифба” китабын яңынан яҙа. Күп ғалим-педагогтар әйтеүенсә, улар баҫтырып сығарған “Әлифба” оҙаҡ йылдар СССР-ҙа тиңе булмаған иң яҡшы уҡыу әсбаптары рәтендә була. Ғалимдың ошо төп хеҙмәте 1962 йылдан алып 1995 йылға тиклем 30 тапҡыр баҫылып сыҡҡан, Лейпцигта халыҡ-ара китап йәрминкәһендә диплом менән билдәләнгән. А. Ғәлләмов башҡорт мәктәптәре тарихында беренсе булып башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса оҙаҡ уйнала торған 54 пластинкалы фонохрестоматия булдырыуҙы ла ойошторған. Алтмышынсы йылдар аҙағында Абдрахман Әбдрәхим улы, “Уҡырға-яҙырға өйрәтеү тарихынан” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта башлай. 1988 йылға тиклем ошо уҡыу йортоноң башҡорт теле кафедраһында доцент булып эшләй. Абдрахман Әбдрәхим улы ғилми-методик эҙлә­неүҙәр менән бергә ҙур йәмәғәт эшен дә алып бара. Ул “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының мөхәрририәт ағзаһы, РСФСР педагогтары берлегенең Башҡортостан бүлегендә секция етәксеһе, педагогия училищеларының башҡорт теле уҡытыусылары секцияһы етәксеһе йөктәрен тарта. Оҙаҡ йылдар факультет деканы урынбаҫары булып эшләй. Ул 1989 йылдың 19 февралендә, оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң, Өфө ҡалаһында вафат була. 2000 йылдар башында Күсей ауылында Абдрахман Ғәлләмовтың хәтер кисәһе булып үткәйне, унда тормош юлдашы Суфия Шәкир ҡыҙы, улы Салауат та ҡатнашты. Салауат Ғәлләмов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыу фекерле ғалим-тарихсы, телсе, философ һәм оҫта тәржемәсе булараҡ, Башҡорт­останда ғына түгел, сит илдәрҙә лә билдәле кеше ине. Ул башҡорт халҡының үлемһеҙ ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосына дүрт мең йыл икәнен иҫбатланы һәм беренсе булып ошо эпосты инглиз теленә тәржемә итте. 1991 – 1997 йылдарҙа Салауат Парижда һәм Лондонда йәшәй, Сорбонна университетында һәм Бөйөк Британияның Милли китапханаһында башҡорт милләтенең үҫеш сығанаҡтарын өйрәнә. Инглиз, француз, иран һәм ҡурд телдәрендә иркен һөйләшә һәм яҙыша ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ине” тип яҙырға тура килә: милләтебеҙҙең аҫыл заты Салауат Абдрахман улы бер нисә йыл элек яҡты донъянан китте. Шул иҫтәлекле хәтер кисәһендә Салауат атаһының ауылдаштары менән үҙенең яңы шатлығын уртаҡ­лашҡайны. Бер нисә ай элек кенә уның башҡорт философтары тураһында ике томлыҡ китабы донъя күргән икән. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына барып етмәҫ борон был китаптарҙы беренселәрҙән булып күсейҙәр ҡулына алды. Салауат Ғәлләмов атаһы хаҡында: “Атайымдың туған телде өйрәнеү методикаһын Мәскәүҙә лә ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр ине, сөнки элекке СССР республикаларында әлифбасылар, йәғни туған телде балаларға аңла­йышлы итеп өйрәтеү, яҙыу серҙәренә төшөндөрөү буйынса эшләгән методистар юҡ кимәлендә ине. Күп республикаларҙа атайымдың “Әлифба”һынан күсермәләр эшләнде”, – тип иҫкә алғайны. Абдрахман Әбдрәхим улының хеҙмәттәре һәм китаптары һаман да туған халҡына тоғро хеҙмәт итә: балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ Ғәлләмовтың “Әлифба”­һын ҡулдан төшөрмәй, Ғәлләмовса матур яҙыу нескәлектәрен үҙләштерә, буласаҡ башланғыс класс уҡытыусылары башҡорт телен уҡытыу методикаһын Ғәлләмовтан өйрәнә. Фәрит ӘХМӘРОВ Сибай ҡалаһы.