Хәтеремдә, Учалы районының Наурыҙ урта мәктәбенә Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина менән уның тормош иптәше Мөхтәр Ниғмәт улы Ғайсин уҡытырға килгәс, тотош белем усағында йылы, күтәренке мөхит урынлашҡандай тойолдо. Беҙ VIII класҡа уҡырға килгәйнек. Зөмәрә апай – географиянан, Мөхтәр ағай физиканан белем бирә башланы. Апайыбыҙ сикһеҙ энергияһы, эшкә талымһыҙлығы, мәғлүмәтлелеге, география фәненә бирелгәнлеге вә тоғролоғо менән һоҡландырҙы. Зөмәрә Вәли ҡыҙы бер ваҡытта ла уҡыусыны кәмһетмәне, әрләмәне. Уларҙың өйө янып киткәс, бөтә ауыл, мәктәп ярҙам ҡулы һуҙҙы. Был мөғәллимдәребеҙгә оло хөрмәт һәм ихтирам йөҙөнән эшләнде. География дәрестәре үҙе бер сихри әкиәт донъяһында гиҙеүгә тиң ине. Өҫтәлдә Ер шары – глобус зыр әйләнә, класс таҡтаһына эленгән ҙур географик карта янында Зөмәрә Вәли ҡыҙы, указкаһын тотоп, онотолоп китеп, дәрес алып бара. Наурыҙҙан Америка, Аргентина, Бразилия, Куба, Африка, Ҡытай, Индонезия һ.б. илдәргә “караптарға тейәлеп”, океан тулҡындарын ярып “йөҙә” инек. Таныш булмаған материктарҙың халыҡтары, телдәре, ер-һыу атамалары, хайуандар донъяһы, йылға-күлдәре, шарлауыҡтары һ.б. хаҡындағы дәрестәр бөгөн дә күңелдә һаҡлана. Зөмәрә Хисмәтуллина 1930 йылдың 21 июнендә Учалы районының Учалы ауылында тыуған. Учалы урта мәктәбен тамамлағас, Фирғәнә педагогия институтының география факультетында уҡый. Үзбәкстан Республикаһындағы Ҡурған Түбә мәктәбендә эшләп ала. Артабан хеҙмәт юлы Учалы районының Мулдаҡай, Килмәк, Наурыҙ мәктәптәрендә, Учалы район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә, Тажикстандағы Ер эштәре институтында дауам итә. 1976 – 2000 йылдарҙа Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернатында эшләй. Зөмәрә Вәли ҡыҙының республика мәктәп-интернатында эшләгән осоро үҙе бер китапҡа торошло. 1977 йылда ойошторған этнография музейы Өфөлә генә түгел, Башҡортостан кимәлендә халҡыбыҙҙың милли ғорурлығына әйләнде. 1987 йылда уға БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан “Халыҡ музейы” исеме бирелә, ә 1990 йылдан “Рәсәй мәктәптәренең өлгөлө музейы” тип атала. Музей экспонаттары бер нисә тапҡыр Татарстан, Сыуаш республикаларында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларының дәүләт музейҙарында күрһәтелде. З.В. Хисмәтуллина уҡытыусылыҡ йылдарында тыуған яҡты өйрәнеү маҡсатында эҙәрмәндәр менән 50-нән ашыу поход-экскурсия ойоштора. “Тыуған яҡты өйрәнеү” түңәрәге ағзалары Башҡортостан, Ырымбур, Һамар, Силәбе, Ҡурған, Пермь төбәктәрендәге башҡорттар йәшәгән ауыл һәм ҡалаларға, Волга ярынан Тубыл йылғаһына саҡлы иҫәпһеҙ-һанһыҙ сәйәхәттәр яһаны. Ең һыҙғанып, бөтә көс-ҡеүәтен, белемен биреп хеҙмәт иткән хөрмәтле педагогыбыҙ БАССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Учалы районы хакимиәтенең Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы булып танылды. Музей эшмәкәрлеге һәм эҙәрмәндәр түңәрәге хаҡында гәзит-журналдарҙа тиҫтәнән ашыу мәҡәлә донъя күрҙе, радио, телевидение аша документаль фильмдар күрһәтелде, осрашыуҙар ойошторолдо. Республикабыҙҙың ул ваҡыттағы Президенты М.Ғ. Рәхимов музейҙа: “Башҡортостан халыҡтарының тарихын һәм мәҙәниәтен һвҡлауығыҙға һәм өйрәнеүегеҙгә ҙур рәхмәт!” тип үҙ баһаһын яҙып ҡалдырған. 80-се йылдар башында Зөмәрә Вәли ҡыҙы етәкселегендәге эҙәрмәндәр башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев хаҡында тарихи документтар, материалдар йыйыу эшен бик әүҙем алып бара. 1982 йылда улар Палдиски ҡалаһына, Рогервик крепосына сәйәхәт яһаны. Зөмәрә Вәли ҡыҙының башланғысы менән был ҡалала Салауат Юлаев музейы асылып, уның фондына 200-ҙән ашыу экспонат, башҡорт рәссамдары ижад иткән картиналар бүләк ителде. Скульптор Л.П. Нечаева Салауат Юлаевҡа бюст-һәйкәл эшләне. Был үтә яуаплы, изге эштәрҙе башҡарып сығыуҙа Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллинаның да хеҙмәт өлөшө тос булды. Шул ваҡытта ул “Халыҡ уҡытыусыһы” исеменә һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде, әммә, үкенескә ҡаршы, был эш аҙағынаса еткерелмәне. З.В. Хисмәтуллина республикала ғына түгел, Рәсәйҙә күренекле тыуған төйәкте өйрәнеүсе булып танылды. Ул ойошторған “Глобус”, ”Тыуған яҡты өйрәнеүсе” ғилми йәмғиәттәрҙә йөҙҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнде, уларҙың хеҙмәте 30 кубок, почетлы миҙалдар, грамота һәм дипломдар менән билдәләнде. Уҡытыусы үҙе БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән наградланды, үрҙә әйтелгәнсә, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды. Иҫән булһа, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ һәм остазыбыҙ З.В. Хисмәтуллинаға быйыл 21 июлдә 93 йәш тулған булыр ине. Уның яҡты рухына Учалы ауылының бер урамына һәм яңы төҙөлөп ятҡан мәктәпкә исемен биреүҙе тормошҡа ашырһаҡ ине. Айҙар ЙОМАҒУЖИН, запастағы полковник: – Оло йөрәкле остаздан ике йыл рәттән белем алыу бәхетен татыным. Беҙ икеләтә бәхетле инек, сөнки Зөмәрә Вәли ҡыҙы класс етәксебеҙ ҙә булды. Кластағы 38 уҡыусының һәр береһенә иғтибар-хәстәрен бүлеп өлгөрә ине. Ысын уҡытыусының бала йөрәгенә һалған изгелек орлоғо бер ваҡытта ла юғалмай, онотолмай икән. Фәниә ДӘМИНДӘРОВА, философия фәндәре докторы, профессор: – Наурыҙ урта мәктәбендә Зөмәрә апай Хисмәтуллина географиянан уҡытты. Ул ябай уҡытыусы ғына түгел, күңелде арбар философ, оратор ҙа ине. Апайыбыҙҙың 90 йәшенә арнап Рәүеф Шаһиев “Зөмәрә апай балҡышы” тигән хәтер китабы сығарҙы, бының менән халҡыбыҙҙың илһөйәр ҡыҙының яҡты рухына мәңгелек дан йырланды. Зөлфиә ХАННАНОВА, күренекле шағирә: – Йәшем өлкәнәйгән һайын, Зөмәрә Вәли ҡыҙын йышыраҡ иҫкә алам. Үҙ эшенең ысын оҫтаһы ине ул. Белемле, киң мәғлүмәтле, алдынғы ҡарашлы шәхес. Күңелемдең иң-иң түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрем, изге доға-теләктәрем Зөмәрә Вәли ҡыҙының рухын шат ҡылһын ине! Рәүеф ШАҺИЕВ