Евразия күсмә цивилизациялар музейы концепцияһын әҙерләгән ижади төркөм Ҡытай Халыҡ Республикаһынан эш сәфәренән ҡайтты. Башҡортостан белгестәре, юғары технологияларға нигеҙләнеп эшләнгән бөтә донъяға билдәле музейҙарҙы өйрәнеп, экспозицияларҙы ойоштороу алымдары менән танышып, алдынғы тәжрибәне Шишмә районында музей төҙөгәндә ҡулланырға ниәтләнә. Ҡытай музейҙары яңы тәьҫорат тыуҙырҙы Бер аҙналыҡ сәфәре барышында эш төркөмө Пекинда Ҡытай Милли музейын, Ҡытай сәнғәт музейын, Фән һәм техника музейын, Шанхайҙа Тәбиғи тарих музейын, Ҡаланы планлаштырыу күргәҙмә үҙәген, бихисап сәнғәт һәм күргәҙмә залдарын ҡараны. Делегация етәксеһе, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын ҡулланыу һәм һаҡлау буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, Ҡытайға сәйәхәт сағыу тәьҫораттар ҙа, бай тәжрибә лә биргән. – Ҡытай донъяла иң боронғо цивилизацияларҙың береһе һанала. Беҙ күреп өлгөргән бөтә музейҙа ла биш мең йыллыҡ дәүерҙе үҙ эсенә алған яҙма сығанаҡтар күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта Ҡытай – иң алдынғы дәүләт. Һәр ерҙә, шул иҫәптән музейҙарҙа ла, илдең фән һәм технологияларҙа ифрат алға китешен күрҙек. Мәҫәлән, экспозиция тарих буйынса мәғлүмәт биреүҙән тыш, кешелек эволюцияһына, техник үҫешкә бәйле белем дә бирә. Ҡытайҙағы коллегалар балаларҙа фән һәм техникаға ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ алымдарҙы оҫта файҙалана. Фән – беҙҙең киләсәк, ҡытайҙар музейҙар һәм мәҙәни үҙәктәр аша ла балаларҙы фәнгә ылыҡтырырға ынтыла. Иң мөһиме, уларҙа дәүләттең – музейҙарға, музейҙарҙың балаларға иғтибары ҙур, – ти Данир Ғәйнуллин. Ысынлап та, Ҡытайҙа музей эше ныҡ юғары кимәлгә ҡуйылған. Илдәге иң ҙур Милли музей баш ҡаланың төп Тяньаньмэнь майҙанында урынлашҡан. Музей майҙаны хайран ҡалдыра. Экспозициялар үҙҙәре генә 70 мең квадрат метр майҙанды биләй, ул – Ҡытай Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында. Музей илдең сәнғәтен һәм тарихын һаҡлау, популярлаштырыу маҡсатында булдырылған. Милли музейҙа дәүләт тарихын сағылдырған миллионға яҡын ҡиммәтле экспонат һаҡлана. Ҡытай Милли музейы – Ер йөҙөндәге иң популяр учреждениеларҙың береһе, унда килгән туристар һаны буйынса донъяла тәүге өсәү исемлегендә. Тап ошо музейҙа Ҡытай менән хеҙмәттәшлек өсөн тәүге аҙым яһалды. Башҡортостан белгестәренең учреждение етәксеһе урынбаҫары, тарих фәндәре докторы Дин Пэнбо һәм музейҙың әйҙәүсе белгестәре менән осрашыуы үтте. Башҡортостан делегацияһы күсмәндәргә арналған музей төҙөүҙәре, төрки халыҡтарға ҡағылышлы архив мәғлүмәттәре менән ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һөйләне. Дин Пэнбо ханым Өфөлә һаҡланған “Сармат алтыны” коллекцияһы менән ҡыҙыҡһынды һәм киләсәктә күргәҙмәләр менән алмашырға теләк белдерҙе. Пекиндан һуң Башҡортостан вәкилдәре Шанхай музейҙарын өйрәнде. Шанхай тәбиғи тарих музейында 240 мең экспонат һаҡлана. Был – Ҡытайҙың хайуандар, үҫемлектәр, минералдар менән таныштырыусы иң ҙур музейы. Музейға аҡса йәлләмәүҙәре экспонаттарҙан күренә. Бында боронғо ҡомартҡылар, ә уларҙың күсермәләре түгел, ғәйәт ҙур кит һәм башҡа хайуан һөлдәләре ҡуйылған. Күләме һәм үҙенсәлекле эшләнеше менән хайран ҡалдырған тағы бер комплекс – Шанхай ҡаланы планлаштырыу күргәҙмә үҙәге. Ике төкәтмәһе булған алты ҡатлы үҙәк Халыҡ майҙаны янындағы парк зонаһын реконструкциялау барышында төҙөлгән һәм бөгөн майҙан менән бергә ҡала үҙәгендәге иң ҙур мәҙәни үҙәкте хасил итә. “Шүлгәнташ”тың үҙ өҫтөнлөгө Күсмә цивилизациялар музейы проектының дизайнеры Тимур Сабитов Шанхай ҡаланы планлаштырыу үҙәген Фән һәм техника музейы менән бергә иң алдынғы мәҙәни үҙәк тип билдәләне. – Ҡытайҙа күргән музейҙарҙы бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарар инем. Беренсеһе, мәҫәлән, экспонаттар ғына күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. Музейҙың ҡыҙыҡ булыу-булмауы тулыһынса ундағы артефакттарҙан тора. Һәм был музейҙар беҙҙәгенән артыҡ айырылмай. Бәлки, экспонатты яҡтыртыуға, урынлаштырыуға бәйле дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәндер ҡытайҙар. Әммә, дөйөм алғанда, функцияһы буйынса уникаль әйбер күрмәҫһең. Һәм икенсе категориялағы музейҙар – ҡунаҡтарын аралашырға, уйнарға саҡырыуҙары. Беҙ башлыса ошондай интерактивҡа ҡоролған музейҙарҙы күрергә барҙыҡ. Бының иң сағыу өлгөһө – Урбанистика, йәғни Шанхай ҡаланы планлаштырыу үҙәге, Фән һәм техника музейы. Уларҙа кеше менән аралашҡан, йәғни тотоп ҡарарға, ҡуҙғатырға, әйләндерергә мөмкин булған экспонаттар күп. Мәҫәлән, миңә Урбанистика үҙәгендә ағастарҙың кәрәклеген аңлатҡан интерактив оҡшаны. Алдыңда ҡом тултырылған ике параллелепипед тора. Береһендә ҡом менән бергә ағас та бар, икенсеһендә ҡом ғына. Формаларҙы хәрәкәтләндерһәң, ағасһыҙ параллелепипед эсендә ҡом шыуып күсеп йөрөй. Ә ағас булған ерҙә ҡом шул килеш тора. Интерактив ағастарҙы һаҡламаһаҡ, ерҙең тиҙ арала сүллеккә әүерелеүен күрһәтә. Тәбиғәттә һыу әйләнешен дәрестә бөтәбеҙ ҙә үттек, был күренеште аңлайбыҙ. Әммә музейҙа ошоға арналған интерактив бик мауыҡтырғыс итеп эшләнгән, уның янында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә оҙаҡҡа туҡтала. Ҡытай музейҙарын йөрөп сыҡҡас, беҙҙең “Шүлгәнташ”та ла бындай интерактивтар күп, тимәк, беҙ донъя кимәлендәге музей эшләгәнбеҙ, тигән ғорурлыҡ хистәре тыуҙы. Был илдә һәр ғәмәлгә етди ҡарайҙар, ә беҙҙең музейҙа шаярыу ҡатыш эшләнгән, тамашасыны йылмайырға мәжбүр иткән деталдәр күп. Ҡытайҙар – үтә етди халыҡ, тормоштары ла беҙҙәгенә ҡарағанда көсөргәнешлерәк, ауырыраҡ һымаҡ күренде. Музейҙа ла фәнни-техник мәғлүмәт кенә бирелә. “Шүлгәнташ”та иһә боронғо шахта телефоны аша Һомо эректус (Homo erectus) менән һөйләшергә, гер күтәреп, Неандерталь кешеһе (Homo neanderthalensis) кеүек көслөмө-түгелме икәнеңде тикшереп ҡарарға була. Беҙ, сит илгә барып, яңы эштәргә илһамланып ҡайттыҡ, әммә икенсе яҡтан үҙебеҙҙең проект өсөн ғорурландыҡ та. Ҡытайҙарға ла беҙҙә оҡшар ине, моғайын, – ти дизайнер. Тимур Сабитов әйтеүенсә, “Шүлгәнташ” кеүек проекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда башҡаларҙан күсереп булмай, һәр нәмәне үҙеңә уйлап табырға тура килә, сөнки экспозициялағы һәр деталь, һәр йыһаз үҙенсәлекле, уларҙы урынлаштырыуға бәйле әҙер яуап берәүҙә лә юҡ. Бөрйәндәге музейҙа нимәләр бар, барыһы ла ошо музей өсөн генә уйлап табылған һәм уларҙы башҡа ерҙә тапмаҫһың. Дизайнерға сәйәхәт нимә биргән һуң? – Ҡытайҙа ярайһы ҙур, хатта сәнәғәт күләмендә фурнитураға бәйле нәзәкәтле әйберҙәр яһалыуын күрҙем. Фурнитура – күргәҙмә материалдар, күргәҙмә йыһаздар. Әгәр беҙ мебель тураһында һөйләйбеҙ икән, тормош һәм йәшәйеш өсөн йыһаз эшләүсе компаниялар һәр ерҙә лә күп. Әммә күргәҙмә өсөн мебель – икенсе, мәҫәлән, улар көнөнә меңәрләгән кеше ҡулланыу өсөн иҫәпләнгән. Мин Ҡытайҙа тап ошондай фурнитураның нисек етештерелгәнен күрҙем. Улар Рәсәйҙә етештерелгәндән күпкә айырыла. Музейҙар өсөн йыһаз етештереүсе предприятиелары бар, күрәһең. Ҡатмарлы формалы экспонатты ҡуйыр өсөн уның формаһын ҡабатлаған кәштә эшләгәндәр. Ул ошо әйберҙең тышлығы, йәғни япмаһы кеүек. Ҡытайҙағы коллегалар ябай кәштәләргә заказ бирмәй, ҡыҙыҡлы артефакттар өсөн уларҙы үҙҙәре махсус эшләйҙәр. Бына ошондай осраҡтарҙы күп күҙәттек. Беҙгә музей эшләүгә айырыуса ныҡ иғтибар бүлеүҙәре оҡшаны, беҙ ҙә улар кеүек эҙләнергә, һәр деталгә ижади ҡарарға тейеш. Тағы шуныһына иғтибар иттек: янғын һүндереү шкафы һәм баллондары, экспозицияға ҡағылышы булмаған, әммә хәүефһеҙлек өсөн музейҙа мотлаҡ урын алырға тейешле башҡа ҡорамал-йыһаз иғтибарҙы йәлеп итмәҫлек итеп эшләнгән. Ҡытайҙар зауыҡ һәм нәзәкәткә әһәмиәт бирә. Евразия күсмә цивилизациялар музейының концепцияһы Ҡытайға сәфәргә тиклем әҙер ине. Сәфәрҙә күргәндәр беҙҙең фекеребеҙҙе нығытты ғына. Дөйөм концепцияға үҙгәреш индерергә йыйынмайбыҙ. Был илдәге алға китеште, технологиялар үҫешенең нисек музейҙарҙа күрһәтелеүен күреп, проект етәксеһе Данир Ғәйнуллин, беҙгә лә музей экспозицияһын хәҙерге заманға бәйләп тамамларға, үҫеште, әле республикала ниндәй алдынғы технологиялар уйлап табылыуын, ниндәй техника эшләнеүен күрһәтергә булыр ине, тигән фекерен белдерҙе. Быны нисек күрһәтеү юлдарын да аңлатты, әммә был турала алдан һөйләмәй торайыҡ, – ти дизайнер. Евразия күсмә цивилизациялар музейы проектын тормошҡа ашырыу БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенә тапшырылған. Ойошмала беҙ өйрәнгән ғәҙәти музей эшләр өсөн тарихсы, этнограф, архитектор бар. Әммә ижади төркөм ябай музей эшләргә йыйынмай. Шуға ла дизайнер булараҡ Тимур Сабитов алдында етди бурыс тора. Әле мәғлүмәт заманы, ул шул тиклем күп, кеше барыһын да үҙләштерә алмай, теләмәй ҙә. Кәрәкмәгән мәғлүмәтте спам кеүек күреп, мейе ҡабул итмәй. Дизайнерға кешеләр ҡуйған ошо кәртәне ватырға, мауыҡтырғыс интерактивтар уйлап табырға, уларҙың иғтибарын йәлеп итергә кәрәк. – Балаларға белем биреүҙең иң ҡулай юлы – уйын аша. Экспозицияны ижад иткәндә уйын элементтарын индереү урынлы, сөнки ҡоро мәғлүмәт биреү тамашасыны битараф ҡалдырасаҡ. Сит илдән әҙер миҫалдар алып ҡайтманыҡ, алдыбыҙҙа ундай маҡсат та торманы. Сәфәр беҙҙең эшмәкәрлекте алдынғыларҙыҡы менән сағыштырып ҡарау, үҙебеҙгә дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы иҫбатлау өсөн кәрәк ине. Беҙ ҙә улар эшләгәнде башҡарабыҙ икән, тинек. Тик айырма шунда: Ҡытайҙа музейға ғәйәт ҙур сумма бүленә, шуға ла экспозициялары бай. Мәҫәлән, Фән һәм технологиялар музейының кеше эволюцияһына арналған залы ғына хаҡы буйынса беҙҙең “Шүлгәнташ” музейына торошло, бәлки, ҡыйбатыраҡтыр ҙа, – тине Тимур Сабитов һәм сәфәр буйынса ошондай һығымталар яһаны. Беренсенән, ҡытайҙар музейға аҡса түгеүҙән ҡурҡмай. Музейҙар архитектураһы, экспозицияһы буйынса ғәйәт ҙур, күләмле. Ундағы экспонаттар быяла аръяғында түгел, тотоп ҡарарға, уйнарға мөмкин. Экспозицияны музей аша көнөнә меңләгән бала үтеүен иҫәпкә алып эшләйҙәр, йәғни музей экспонаттары алдан уҡ күп кеше ҡулланыуға иҫәпләнеп, сифатлы һәм ныҡ итеп эшләнә. Музей эшенең дәүләт кимәленә ҡуйылыуын сәфәрҙә булып ҡайтҡан “Архтамға” экспертиза һәм проект бюроһы генераль директоры, архитектор Рөстәм Илдар улы Әлибаев та ҡеүәтләй. Сәфәр уңышлы булды Беҙҙең күсмә цивилизациялар музейы 20 мең квадрат метр майҙанды тәшкил итәсәк. Беҙ уны ҙур тибеҙ. Ә Ҡытайҙа музейҙар 50 мең квадрат метрҙан башлана. Делегацияны оҙатып йөрөгән тәржемәсе “төшкө ашҡа тиклем тиҙ генә ҡарап сығайыҡ” тип, Шанхай ҡаланы планлаштырыу үҙәгенә алып инде. Бәләкәй тигән музейҙары биш ҡатлы булып сыҡты. Экспозициялар өлөшө генә лә Башҡортостандың Милли музейынан күпкә ҙурыраҡ. Уны йүгерә-атлай өс сәғәттә саҡ урап сыҡтыҡ, – тип тәьҫораттарын уртаҡлашты Рөстәм Әлибаев. Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәйәхәттең һөҙөмтәләре мотлаҡ буласаҡ, тигән фекерҙә эш төркөмө етәксеһе Данир Ғәйнуллин. – “Шүлгәнташ” музейын Европа тәжрибәһенә таянып, Испания, Франция һәм Андорра ғалимдары менән хеҙмәттәшлектә булдырҙыҡ. Яҙылмаған ҡағиҙә бар: бер ишек ябыла икән, мотлаҡ икенсеһен эҙләргә кәрәк. Беҙгә хәҙер Ҡытайҙың фән донъяһы, музей технологиялары асыла. Алыҫ илгә тәүге сәфәребеҙ уңышлы булды. Был йүнәлештә эштәр саҡ башлана ғына. Һөҙөмтәләр көттөрмәҫ, – тип һүҙен йомғаҡланы Данир Ғәйнуллин һәм Ҡытай менән мәҙәни бәйләнештәр булдырыуға юл асҡан республика Башлығы Радий Хәбировҡа, донъялағы иң ҙур музей етәкселеге менән осрашыуҙы ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Ҡытай Халыҡ Республикаһында РФ Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Флүр Әсәҙуллинға ҙур рәхмәт белдерҙе. Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА