Ҡырмыҫҡалы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙән бер төркөм, тыуған яғында бер аҙ ялда булып, йәнә махсус хәрби операцияға юлланды. Егеттәр хәрби командование ҡуйған талаптарҙы үтәйәсәк. Өйҙәрендә саҡта улар яҡындары, туғандары, дуҫтары һәм ауылдаштары менән аралашты. Бынан тыш, улар ҡасандыр уҡыған мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашты, хеҙмәттәре һәм башҡалар тураһында һөйләне. Ошондай сараларҙың береһе Иҫке Ҡыйышҡы ауылындағы белем усағында ла ойошторолдо. “Улым” позывнойлы яугир Рәсәй яугирҙәренең батырлығы, көнкүреше, уларға ҡуйылған маҡсаттар һәм башҡалар тураһында һөйләне. Уҡыусылар уны ентекләп тыңланы. “Улым” – автоһәүәҫкәр. Махсус хәрби операцияға тиклем Өфөлә автослесарь булып эшләгән, ә бөгөн ул – ҙур хәрби тәжрибәгә эйә йәш кеше. Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә лә “Рус” позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. Уның менән бергә осрашыуҙа әсәһе, оҙаҡ йылдар ошо мәктәптә эшләгән, улы өсөн даими борсолған Рима Кәбир ҡыҙы ла ҡатнашты. Яугирҙәр араһындағы дуҫлыҡ, берҙәмлек, хәрби бурыстарҙы атҡарыу тураһында бәйән иткән егет туғандар менән айырылышыуҙың ғына күңелдәрҙе бер аҙ болоҡһотоуы тураһында белдерҙе. Уҡыусылар иһә, барлыҡ балаларға хас булғанса, һорауҙар бирҙе һәм уларға тулы яуаптар алды. Иң мөһиме – ҡыҙҙар һәм егеттәр Тыуған илен яратҡан ҡаһарман, ҡыйыу, ысын геройҙарҙың беҙҙең эргәлә булыуы, ҡасандыр үҙҙәре кеүек ошо мәктәптә белем алыуы тураһында белде. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә уның һәм башҡа ир-егеттәребеҙҙең тыуған яғына иҫән-һау еңеп ҡайтыуын теләй. Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы районында “Беҙҙең илһөйәр” ирекмәндәр отряды эше туҡтамай. Отряд ағзалары үҙ ҡулдары менән дымдан һәм ел-дауылдан һаҡлаған костюмдар тегә башлаған. Тағы күптән түгел улар райондағы вайымһыҙ булмаған яҡташтары менән берлектә махсус хәрби операция урынына ебәреү өсөн тепловизор, дарыуҙар, турникеттар, көрәктәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алған. Әлбиттә, тап ошондай ныҡлы тылдың һәм ярҙамдың барлығы – еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҙур өлөш ул. Айһылыу НИЗАМОВА