Илебеҙ яҙмышына бәйле хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл мәктәбенең уҡытыусылар коллективы ла был изге эшкә ихлас ҡушылды. – Олокүл ауылынан ялға ҡайтып киткән өс яугир беҙҙең мәктәпте тамамлаған. Егеттәребеҙ менән осрашып, уларға бөгөн нимә кәрәклеген белештек тә, мәктәп исеменән үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусыларына электр генераторы алып бирергә ҡарар иттек. Ул рацияны, тепловизорҙарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе зарядкалау өсөн бик кәрәк, – тип һөйләне Олокүл урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Рөстәм Батталов. Генераторҙы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Пакистан” ҡушаматлы яугиргә тапшырҙылар. – Мәктәп коллективына ҙур рәхмәт белдерәм. Бәләкәй генә прибор булыуға ҡарамаҫтан, ул егеттәребеҙҙең тормошон еңеләйтәсәк. Беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ, уртаҡ еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барлыҡ яугирҙәрҙең дә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, – тине Ҡарлыман ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәнов һәм Башҡортостан әләмен бүләк итте. Яугир (позывнойы – “Пакистан”) бүләктәр һәм мәктәп йылдарында биргән тәрбиә өсөн уҡытыусыларына ихлас рәхмәт белдерҙе. Артабан ул VIII-IX класс уҡыусылары менән осрашты. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, ә яҡташыбыҙ осрашыу барышында уҡыусыларға хәрби хеҙмәт, көнкүреш шарттары, һалдаттар араһындағы берҙәм командалыҡ рухы һәм дуҫлыҡ тураһында һөйләне. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлап, Ауырғазы күп функциялы колледжында һөнәр алғандан һуң, әрмегә барып, Һамар өлкәһендә Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ике йыл тыуған төйәгендә хеҙмәт итә. 2022 йылдың октябрендә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юллана. – Бик күп таныштарым мобилизацияланғас, ситтә тороп ҡала алманым. Ауыр булыуға ҡарамаҫтан, илебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта өсөнсө һыҙыҡта торабыҙ. Унда, алдағылары менән сағыштырғанда, тынысыраҡ. Яуҙың алғы һыҙығында бик ауырға тура килә. Бер-ике сәғәт кенә серем итеп алабыҙ. Һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк, – тип һөйләне ул. – Яҡташтарыбыҙҙан килгән күстәнәстәр менән һыйланабыҙ йә иһә үҙебеҙ яланда бешерәбеҙ. Гуманитар ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, йышыраҡ хат та яҙып һалығыҙ. Улар ауырлыҡтар алдында көс бирә, өшөгәндә йылыта. Мин дә Ефремкин мәктәбенән яҙылған хатты уҡып ҡыуандым. Яҡындар менән ике аҙналап элемтәгә инә алмайбыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡалаға сығабыҙ, урамда балалар йүгереп килеп беҙҙе ҡосаҡлап ала. Шул ваҡытта һинең иңеңә тыныслыҡ өсөн ниндәй яуаплы һәм ҙур миссия һалынғанын аңлайһың. Әлбиттә, хәүефле, ләкин кемдер именлекте һаҡларға, тәртип булдырырға тейеш бит. Йәш быуынға теләгем – яҡшы уҡырға, кешелекле булып ҡалырға. Сарала уҡыусылар, уҡытыусылар батыр һәм ҡыйыу яугирҙең ҡулын ҡыҫып, бергә фотоға төшөп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ғаилә хәленә килгәндә, яугир күп балалы ғаиләлә үҫкән, өйләнгән, ҡыҙы тыуған. Илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән, герой олатайҙарыбыҙ өлгөһөндә үҫкән быуынға ла оло һынау килде. Улар ҙа үҙҙәренең Ватанға тоғролоғон раҫлап, Тыуған илебеҙ алдындағы бурысын үтәй. Әйткәндәй, ошо уҡ мәктәптең физика, математика уҡытыусыһы ла үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдергән. – Беҙ йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләйбеҙ, быны үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәтергә тейешбеҙ. Элек-электән ир-егеттәр илебеҙҙе, атай-әсәйҙәрҙе, ғаиләне, балаларҙы һаҡлаған һәм яҡлаған”, – ти ул. Ялға ҡайтҡан егеттәребеҙ кире махсус хәрби операцияға юлланды. Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ. Намыҫ менән хеҙмәт итегеҙ. Иҫән-имен еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ! Һеҙҙе өйҙә көтәләр. Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА