Белореттан Рауил Солтанғужин Ленин түбәһенә күтәрелде. Рауил Солтанғужин “Башҡортостан Республикаһының төбәк электр селтәрҙәре” дәүләт унитар предприятиеһының “Көньяҡ электр селтәрҙәре” етештереү бүлегендә һауа селтәрҙәре хеҙмәте начальнигы булып эшләй. 23 июлдә ул 7134 метр бейеклеккә күтәрелгән. Ленин түбәһе – Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан сигендәге Чон-Алай һыртының тау түбәһе. Элекке СССР-ҙың иң бейек түбәләренең береһе. Памир тау системаһында урынлашҡан Үҙәк Азияның иң бейек түбәләренең береһе. “Рауилды Ҡотлайым! Яңы спорт ҡаҙаныштары теләйем!” – тип яҙған Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ivaniutaandrei