Найти тему

Эшҡыуарлыҡҡа тотонам тиһәң...

Эшҡыуарҙар һәм үҙҙәренең бизнесын башларға ниәтләүселәр өсөн бушлай тренингылар быйыл Башҡортостанда август айынан ноябргә тиклем “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство») сиктәрендә ойошторола. Был сара бер юлы бер нисә муниципалитетта үткәреләсәк , тип хәбәр итә Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Тренингыларҙың һәм уҡытыу программаларының спикерҙары булып бизнесҡа ярҙам төбәк инфраструктураһы ойошмалары вәкилдәре, эксперттар буласаҡ. Унда ҡатнашыусылар маркетинг концепцияһының төҙөлөшө, бизнес –планлаштырыу, эшҡыуарлыҡты алып барыуҙың финанс һәм юридик аспекттары, һалым системаһы тураһында беләсәк. - Эшҡыуарлыҡты башлағанда һәм үҫтергендә нисек финанс ярҙам саралары алыу тураһында эшҡыуарҙар йыш һорау бирә. Тренингыла ҡатнашыу был һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер, - ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Уҡытыу сараһы “Минең бизнесым” үҙәге һәм төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан ойошторолған. Былтыр “Үҙмәшғүллек: Ҡулланыу буйынса инструкция”, “Һаҡсыл производство”, “Финанас ярҙам” кеүек дәрестәрҙә 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был милли проекттың маҡсаты эшҡыуарлыҡ үҫешенең төрлө этаптарында: башланғыс идеяһынан алып экспортҡа сыҡҡанға тиклем ярҙам итеү. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: “Башҡортостан” ДТРК сайты.