24 июлдә, “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарын асҡан көндә, Өфөләге спорт майҙансыҡтарында биш спорт төрө - гандбол, спорт ориентирлауы, боулинг, грек-рим көрәше һәм баскетбол буйынса ярыштар үткәрелде. Спорт ориентирлауының кросс-спринты буйынса ярыштар Рәсәй командаһына миҙалдар килтерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән сараларҙа Мария Новикова – беренсе, Антонина Найденова – икенсе, Ирина Лапикус өсөнсө урын яуланы. Ир-егеттәр араһындағы ярыштарҙа Никита Смирнов – алтын, Владимир Гринин – көмөш, Никита Асоян көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ир-егеттәр командалары араһындағы гандбол буйынса турнирҙа ике матч үткәрелде. Кения Үзбәкстан командаһын 51:24 иҫәбе менән еңде. Рәсәй-1 һәм Рәсәй-2 командалары араһындағы икенсе матчта беренсе команда спортсыларына уңыш йылмайҙы. Иҫәп 32:24 булды. Боулинг буйынса ярыштарҙа Рәсәй командаһы вәкилдәре Арсен Акопян, Алексей Дрожбин һәм Алексей Савченко алдынғы урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Грек-рим көрәшендә алдан үткәрелгән һәм ярымфинал ярыштары