Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туймазыла ҡыҙыҡлы проекттар күп

Туймазы районы хакимиәтендә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә бер нисә инвестиция проекты ҡаралды. Фермер Айбулат Ғәйфуллин йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. "Агростартап" төбәк программаһында грант ярҙамын алыуға ҡатнашырға ниәтләй. Алынған грантты фермер матди-техник базаны нығытыуға һәм аттар һанын арттырыуға бирәсәк. Резеда Хамраеваның балыҡты эшкәртеү һәм консервалау цехын ойоштороу буйынса проект та тикшерелде. Яңы эш башлаусы эшҡыуар “Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам” социаль программаһында ҡатнаша. Туймазы районы хакимиәтенә ярҙам саралары буйынса консультация һорап мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ Туймазы ҡалаһында биш йәшкә тиклемге балалар өсөн “Мөмкин” сенсорлы үҫтереү уйын студияһын ойоштороу буйынса Эльвина Хазиеваның проекты ҡаралды. Ул район хакимиәтенә дәүләт ярҙамы саралары буйынса мәғлүмәт-консультация ярҙамы, шулай уҡ яраҡлы бина эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Туймазы районы хакимиәте.