Сыуаш республикаһында үткән “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурсына йомғаҡ яһалды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ошо ярышта ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ – Фәрхетдиновтар ғаиләһенә ҙур уңыштар теләнек, улар өсөн көйҙөк, яндыҡ ... Өмөттәребеҙ аҡланды, оло ғаилә өсөнсө почетлы урынға лайыҡ булды! Беренсе урынды Татарстандан – Камашевтар, икенсе урынды Пенза өлкәһенән Алаухов-Гаврюшиндар ғаиләһе яуланы. Чебоксар ҡалаһында үткән конкурста Волга буйы федераль округынан 14 ғаилә ҡатнашты. Уларҙың бөтәһе лә төбәк этабы бәйгеһендә еңеүсе булған. Быйыл һайлап алыу этаптарында бер мең ярым тирәһе ғаилә ҡатнашыуы конкуренцияның етди булыуы хаҡында һөйләй. Ярыш ҡыҙыу барһа ла, күптәр ике көн эсендә дуҫлашып, үҙ кеше булып бөткән. “Иң мөһиме, конкурста ҡатнашыуҙан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙек”, – ти ғаилә ағзалары. Республика исеменән сығыш яһаған Фәрхетдиновтар ғаиләһенә яңы уңыштар, һаулыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең ғаилә тарихына онотолмаҫлыҡ яңы биттәр яҙҙығыҙ! Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.